Ойоштороусыларҙың береһе Резеда Әхмәҙиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, бәйгелә 2-9 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙар ҡатнашҡан. Балаларҙың һәр береһенә биштәрҙәр бирелгән, велосипедҡа сират һандары беркетелгән, шулай уҡ эсәр һыу таратылған. Финиш һыҙығын ҡайһы ваҡытта киҫеп үтеүҙәренә ҡарамаҫтан, сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә бүләктәр тапшырылған, бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.