14 көн эсендә балаларҙы хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре менән танышыу, ГТО нормативтарын тапшырыу, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, командалы уйындар, экскурсиялар көтә. Сменаны асыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәғариф буйынса идаралыҡ начальнигы Алик Вәлиәхмәтов ҡатнашты.