Иртәгә баш ҡалабыҙҙа 53-cө Халыҡ-ара балалар уйындары башлана. Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай, тигәндәй, ошо матур сараны ойошҡанлы, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреп ебәрһәк ине.
Юғиһә, вандалдар Өфөләге Каруанһарай һәм “Искра” кинотеатры алдына ошо 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарына арнап ҡуйылған арт-объекттарҙы емергән.
– Был мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Бындай ваҡиғаны булдырырға ярамай, – тип белдерҙе Өфө мэры Өлфәт Мостафин ҡала хакимиәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмә ваҡытында.
Ижтимағи йәмәғәтселек үҙәге хеҙмәткәрҙәре вандалдарҙы асыҡлау менән шөғөлләнә.