Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
10 Июль 2019, 22:31

"Башҡортостандың тәжрибәһе ҙур"

Башҡортостан 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарын ихлас күңелдән һәм башҡортҡа хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршы алды, тип белдерҙе бөгөн спорт ярыштарын асыу тантанаһында республика еәтксеһе Радий Хәбиров.

Динар Кәлимуллин фотоһы.
Башҡортостан 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарын ихлас күңелдән һәм башҡортҡа хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршы алды, тип белдерҙе бөгөн спорт ярыштарын асыу тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбиров.


Төбәк башлығы Рәсәй Президентының тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.

Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларға, сараны ойоштороусыларға, ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, Владимир Путин ошондай һүҙҙәр еткерә: “Олимпизм идеалдарын нығытыуға, әүҙем тормош рәүешен, сәләмәтлек ҡиммәттәрен алға һөрөүгә, төрлө илдәрҙең йәш быуын вәкилдәре араһында дуҫлыҡты, татыулыҡты көсәйтеүгә йүнәлтелгән һоҡланғыс ярыштарҙы йәнә Рәсәй һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө ҡабул итте. Республикала ошондай ҙур, мөһим сараларҙы ойоштороу, үткәреү йәһәтенән оло тәжрибә тупланған”.


Радий Хәбиров йәш спортсыларға – уңыштар, сағыу еңеүҙәр, ә көйәрмәндәргә яҡшы кәйеф, онотолмаҫ тойғолар кисереүҙе теләне.


Билдәле булыуынса, уйындарҙа донъяның 29 иленең 84 ҡалаһынан 1192 спортсы ҡатнаша.