Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
10 Июль 2019, 15:37

Ура! Яңы спорт объекты асыла

Үҙәк Халыҡтар дуҫлығы проспектында урынлашҡан, уның майҙаны - 40 мең квадрат метр.

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Бөгөн Өфөлә спорттың 49 төрө буйынса әҙерләү үҙәге үҙенең ишектәрен аса.
Ул республиканың иң ҙур спорт объекттарының береһе буласаҡ.
Үҙәк Халыҡтар дуҫлығы проспектында урынлашҡан, уның майҙаны - 40 мең квадрат метр. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.
– Яңыраҡ аҙнаһына ике тапҡыр футбол уйнау өсөн майҙан табырға теләгәйнек, тик бер тапҡыр уйнау өсөн генә урын таптыҡ. Буш ваҡыт юҡ... Халыҡ-ара балалар уйындарын асыуға, баш ҡалала яңы объект асабыҙ, – тип яҙҙы ул. – Бында 40000 квадрат метр майҙанда 4 бассейн бар, залдар, 13 гектар ере. Бер һүҙ менән әйткәндә, спорттың 49 төрө менән шөғөлләнер өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Уның хаҡы – 3,3 миллиард һум һәм ул быға торошло. Спорт көндән-көн заман кешеһе тормошонда мөһим роль уйнай бит.
Читайте нас в