"Санье +37, "Башҡортостан" гәзитенең исеме яҙылған футболка эҫенән һаҡлай" тип яҙҙы хеҙмәттәшебеҙ Илдар Аҡъюлов үҙенең сәхифәһендә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ул әле Ҡытайҙа.
"Ҡапыл ғына ял итергә алыҫҡа сығып китеүебеҙҙең сәбәбе - Ҡытайҙа йәшәгән өлкән ҡыҙыбыҙ Зөһрә көмөш туйыбыҙға сюрприз эшләне. Бүләктән кем баш тартһын!? Роза менән ғаилә ҡороуыбыҙға - 25 йыл. Хайнань утрауындағы Санья ҡалаһындабыҙ, үҙебеҙ менән бергә Шәүрә һәм Фатима ҡыҙҙарыбыҙҙы ла алдыҡ", - ти Илдар.
Әйткәндәй, коллегабыҙҙың ҡыҙы Зөһрә Гуанчжоу ҡалаһында Тел өйрәнеү үҙәгендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй.