Өфөләрҙең быға тиклем бер урында бөтә донъяға билдәле һәм данлыҡлы Олимпия чемпиондарын күргәне булдымы икән? Спорт әҙерлеге үҙәген асыу тантанаһына килгәндәр күреү генә түгел, улар менән аралаша ла алды. Хөрмәтле ҡунаҡтар Олимпия чемпиондары Александр Карелин, Анастасия Давыдова һәм Александр Попов ине.
Шулай итеп, хәҙер Өфөлә Башҡортостанда ғына түгел, ил кимәлендә лә иң ҙурҙарҙан һаналған спорт әҙерлеге үҙәге барлыҡҡа килде. Ул Затон биҫтәһенә ингән ерҙә урынлашҡан. Үҙәктең майҙаны – 13 гектар, комплекстыҡы иһә 40 мең квадрат метрға етә яҙа. Ул өс мең тамашасыны ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Спортсыларға килгәндә, улар өсөн бында бик яҡшы шарттар булдырылған. 50, 35 һәм 12 метр оҙонлоҡтағы өс бассейн, еңел атлетика өсөн асыҡ майҙан, тренажер һәм спорт-күргәҙмә залдары, 200 урынлыҡ ҡунаҡхана, ашхана һәм медицина үҙәге бар. Бында спорттың 49 төрө менән шөғөлләнергә мөмкин.
Бындай ҙур үҙәкте асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәй спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, үрҙә телгә алынған Олимпия чемпиондары, Паралимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова һәм башҡалар килде.
– Яңы спорт объектының 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары башланған көндө асылыуы икеләтә күңелле. Бында меңәрләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеү мөмкинлеге аласаҡ. Арағыҙҙа, моғайын, буласаҡ Олимпия чемпиондары ла барҙыр. Ундай уҡ үрҙәргә етмәһәгеҙ ҙә, һеҙ сәләмәт һәм ныҡлы булып үҫеү мөмкинлеге алаһығыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Үҙәк төҙөлөшөнөң хаҡы – 3,5 миллиард һум. Аҡсаның төп өлөшө республика бюджетынан бүленһә, 250 миллион һум самаһы федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән. Спорт комплексын асыу тантанаһында Рәсәй спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов уны илдең иң яҡшы спорт комплекстарының береһе тип атаны.
– Бында Башҡортостанды ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙе данларлыҡ спортсылар үҫер тип ышанам. Бындай комплекста шөғөлләнеү спортсыларға ла, тренерҙарға ла яуаплылыҡ өҫтәй. Уңыштар барығыҙға ла! – тине ул.
Төҙөүселәр Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовҡа символик асҡыс тапшырҙы, ә ул, үҙ сиратында, уны йәш спортсыларға бүләк итте. Спорт әҙерлеге үҙәген асыу матур байрамға әүерелде. Ҙур булмаған авиашоу һәм парашют менән һикереү халыҡты таң ҡалдырҙы. Йәш спортсылар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Шулай уҡ улар Олимпия чемпиондары менән аралашты, иҫтәлеккә фотоға төштө һәм автографтар алды.
Яңы үҙәк асылыу мөһим ваҡиғаға ҡушылды: 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендә бында спорттың дүрт төрө буйынса ярыштар үтәсәк. Улар – грек-рим көрәше, йөҙөү, фехтование һәм еңел атлетика.
Яңы спорт үрҙәре яуланһын был ерҙә!