Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
13 Июль 2019, 13:59

Ҡытайҙар башҡорт балын яҡшы белә

Сәй фабрикаһындағы Соня ниҙәр тәҡдим итә?

Санья ҡалаһындағы Сәй фабрикаһында алма төшөрлөк тә урын юҡ – туристар ныҡ күп.


Ысынлап та, сәй батшалығы Ҡытайға сәйәхәт ҡылып та, бында булмау ғәфү итерлек түгел.
Үҙен Соня тип таныштырған ҡыҙыҡай ҡара, йәшел, алһыу, тимер алиһә, пуэро һәм башҡа сәйҙәр тураһында һөйләп кенә ҡалманы, ә төрлө сорттарынан ауыҙ ҙа иттерҙе.

“Сәйгә ҡытай балы ҡушып эсеү һәр йәһәттән дә файҙалы”, – тине ул. Башҡорт балы хаҡында һорашҡас, уны белеүен, тәме һаман да телендә тороуын йәшермәне.
Бынан тыш, Соня беҙгә элек киң ҡулланылған таҡта сәйен дә тәмләтте. Ул Ҡытайҙа әле һаман һаҡлана, тик түңәрәк итеп етештерелә икән.
Читайте нас: