Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был көндәрҙә Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар-Бәләкәй Яманташ атамалы ерҙә “Алға, Урал аръяғы-2019” фестивале үтте.
Йылайыр район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Коротков әйтеүенсә, фестивалдә 500-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.
Сара тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, спорт ярыштарында үҙен һынарға теләгәндәр күп. Уларҙың барыһы ла юғары әҙерлек менән килгән, бокс буйынса ғына 72 бәйгесе үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән.
Өс көн дауамында барған сарала төрлө спорт ярыштары, концерт һәм дискотека ойошторолдо.
Фестивалдә тәүге тапҡыр бокс буйынса башҡорт турниры булды. Унда Бәләбәй, Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Хәйбулла райондарынан һәм Өфөнән 7 – 16 йәшлек етмештән ашыу кеше ҡатнашты.
Кис йәштәр күңелле саралар үткәрҙе, “Буяуҙар байрамы”нда барыһы ла төрлө төҫтәргә мансылды. Таңға тиклем рәхәтләнеп бейеп күңел асты һәр кем.