53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында туғыҙ спорт төрө буйынса 88 комплект миҙал уйнатылды. Уларҙың иң күбен – һигеҙ алтын, алты көмөш һәм 11 бронза миҙалды Өфө командаһы яуланы!
Беренсе алтын миҙалды “Батыр” спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Әлиә Мөхәмәтйәнова дзюдо буйынса яулағайны. Ҡаяға үрмәләү буйынса ярыштарҙа Салауаттан Владислав Моторин менән Өфөнән Полина Федоровға тиңдәр табылманы. Грек-рим көрәшендә төрлө ауырлыҡ үлсәмдәрендә Октябрьскиҙан Алмас Мәжитов, Белореттан Альберт Фәйезов, Октябрьскиҙан Кирилл Балако һәм Семен Панов алтын миҙалға лайыҡ булды. Пляж волейболында Өфө спортсылары беренселеккә сыҡһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Израилдең Эмек Хефер һәм Венгрияның Кечкемет ҡалалары командалары бүлеште.
50 метр арауыҡҡа йөҙөүҙә Виктория Лисицкаяға тиңдәр табылманы. Ә бына фехтованиеға килгәндә, Сеул ҡыҙҙары етеҙерәк булып сыҡты һәм беренсе урынға сыҡты. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Өфө һәм Ҡазан командалары спортсылары бүлеште. Был спорт төрө буйынса егеттәр араһында ла Сеул командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Польша спортсылары – икенсе, Өфө командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
“Иң мөһиме – йәш спортсылар бер-береһе менән танышты, аралашты. Был дуҫлыҡ, һис шикһеҙ, артабан да дауам итер, – тине уйындарҙың баш судьяһы Андрей Кривошеев “Нефтсе” стадионында үткән матбуғат конференцияһында. – Өфө командаһы айырыуса ныҡлы әҙерлекле булыуы менән һоҡландырҙы”.