"Йәйләү" башҡорт ҡымыҙы этнофестиваленең икенсе көнөндә һигеҙенсе "Терра Башҡортостан" ат спорты турниры үтте. Унда Стәрлетамаҡ, Йылайыр, Ҡалтасы, Мәләүез, Өфө райондары һыбайлылары уҙышты.
Турнир ике этапта барҙы. Тәүҙә район чемпиондары билдәләнде, һуңынан дүрт еңеүсе һәм дүрт көмөш призер "Аҡбуҙат" ипподромы юртаҡтарында ярышты. Көсөргәнешле алышта беренсе булып Евгений Семёновтың юртағы (Стәрлетамаҡ) килде. Икенсе - Рудольф Кузяхметов (Ҡалтасы), өсөнсө урынды Ринат Ғәлимов (Мәләүез) яуланы.
Әйткәндәй, 11 октябрҙә, Республика көнөндә, турнирҙың финал ярыштары үтәсәк. Сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналасаҡ.