Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Август 2019, 16:15

Николай Валуев бокс мәктәбен аса

Ошо көндәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың Спорт әҙерлеге үҙәгендә йәш спортсылар өсөн бокс буйынса оҫталыҡ дәресендә булды. Күнекмәләрҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев үткәрҙе.

Ошо көндәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың Спорт әҙерлеге үҙәгендә йәш спортсылар өсөн бокс буйынса оҫталыҡ дәресендә булды. Күнекмәләрҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев үткәрҙе.


– Бөгөн минең өсөн үҙенсәлекле көн, сөнки бокс ҡорамына килдем, – тине легендар спортсы үҙенең сәләмләү сығышында. – Радий Фәрит улы менән республикала ошо спорт төрөн үҫтереү йәһәтенән бик яҡшы ниәттәр бар. Шуға күрә осрашыуҙарыбыҙ һәм хеҙмәттәшлегебеҙ артабан да дауам итер, тип ышанам.


Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, тиҙҙән Башҡортостан юғары кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреү хоҡуғын яҡлаясаҡ. Бының өсөн республикала өр-яңы заманса майҙансыҡтар төҙөләсәк.


– Башҡортостан һәм Өфө тураһында һүҙ алып барһаҡ, беҙҙә байтаҡ спорт объекты барлыҡҡа киләсәк. Көрәш һарайы проекты юғары әҙерлек дәрәжәһендә. Ул шул иҫәптән бокс буйынса ярыштарға ла йүнәлтелә. Яңы волейбол аренаһы нигеҙендә лә ҙур ярыштар ойоштороу майҙансығы буласаҡ. Бынан тыш, әле 2021 йылда республикабыҙҙа грек-рим, ирекле һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса юниорҙар араһында донъя беренселеген үткәреү хаҡында һөйләшеү алып барабыҙ, был турала халыҡ-ара көрәш федерацияһының тейешле ҡарары бар тип әйтергә мөмкин. Ошондай ярыштарҙан һуң секцияларға йөрөгән балалар һаны бер нисә тапҡырға арта, – тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.


Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, әле Өфөлә Николай Валуевтың бокс мәктәбен асыу мәсьәләһе тикшерелә. Уның майҙансығы Затон биҫтәһендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә буласаҡ тип күҙаллана.


– Төп бурыс – күмәк спортты үҫтереү. Тренерҙар составы беҙҙе хуплаһа, бокс мәктәбе өсөн Ҡамышлылағы майҙансыҡты тәҡдим итәбеҙ. Унда ҙур заманса комплекс төҙөлгән, – тине Радий Хәбиров.


Оҫталыҡ дәресенең аҙағында республика етәксеһе, Николай Валуев, тренерҙар коллективы йәш спортсылар менән аралашты, уҡыу йорттарында физик тәрбиә биреүҙе үҫтереү, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу, уларға финанс ярҙам күрһәтеү, спортсыларҙы даими диспансерлаштырыу кеүек тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.


Фото: glavarb.ru