Алина Заһитова – фигуралы шыуыуҙа Олимпия һәм донъя чемпионы. Күптәрҙе уның шәхси тормошо ҡыҙыҡһындыра. Уңыш сере, милләте...
Ҡыҙ 2002 йылдың 18 майында Ижевск ҡалаһында тыуа. Әсәһе – Ләйсән, атаһы – Илназ, хоккей тренеры. Милләттәре – татар. Бәпестәренә исемде бер йәше тулғас ҡына данлыҡлы гимнаст Алина Кабаева хөрмәтенә ҡушалар. Күреүегеҙсә, был бушҡа булмай.
Ҡыҙ биш йәшендә фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә башлай. 2015 йылда Мәскәүгә, билдәле тренер Этери Тутберидзе төркөмөнә күсә.
Үҫмерҙәр командаһынан өлкәндәр араһына уҡ кеүек атылып килеп инде ул. Былтыр шунда уҡ Рәсәй, Европа, Олимпия уйыны чемпионы булды. Ә донъя чемпионы исемен быйыл ғына яуланы.
Уның уңышҡа юлы еңел генә кеүек күренһә лә, ҡыҙға байтаҡ ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Мәҫәлән, Мәскәүгә Новогорск спорт базаһындағы тәүге күнекмә йыйынына саҡырылғас, ул ни бары уңайлы карауат хаҡында хыяллана. Йыйылма команда составына инмәгәс, ҡунаҡханала йәшәү мөмкинлеге булмай, күнекмәләр араһында залда торған диванда ял итә. Уныһы бәләкәй генә була, аяҡтары ла һыймай...
Алина – сәмсел ҡыҙ. “Әгәр ҙә һиңә ҡыйын икән, тағы ла күберәк көс һалырға, тырышырға кәрәк. Бер ҡасан да, минән сыҡмаҫ, тип әйтергә ярамай. Өгөтләргә, баштан һыйпарға – был минең турала түгел, киреһенсә, “артҡа тибеп” ебәреү яҡшыраҡ”, – ти ул.