Өфөлә ҡыҙыҡлы спорт саралары даими ойошторола, бигерәк тә кешеләр күп йөрөгән “Аҡбуҙат” ипподромында һыбайлылар өсөн ярыштар йыш үтә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә бында һыбайлылар һәм жокейҙарҙың халыҡ-ара чемпионаты уҙҙы, шулай уҡ “Терра Башкирия” турнирының этабын күреп шатландыҡ.
Ғәҙәттә, ипподром фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеге ҙур. Ҡымыҙ, бал, ит ризыҡтары һатыуға сығарыла. Был юлы ла быларҙың барыһын да күрҙек.
Спорт байрамында “Рәсәй юртаҡтар йылҡысылыҡ берләшмәһе”нең идара рәйесе Николай Исаков, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сәмле бәйгелә үҙ көстәрен һынап ҡарау өсөн 15 илдән йылғырҙар килгәйне. Франциянан Кромье Мартин Жан Андреға етеүсе табылманы.
Айырыуса көйәрмәндәр “Терра Башкирия”ны көтөп алды һәм иғтибар менән күҙәтте. Бында иһә Көйөргәҙе районынан Айбулат Әбдрәхимов беренсе булып финиш һыҙығын киҫте.
– Атаһы менән икебеҙ ҙә балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ, – тип һөйләй Айбулаттың әсәһе Гөлсәсәк Радик ҡыҙы. – Мәктәптә төрлө түңәрәктәргә йөрөгөҙ, бүтән сараларҙа ҡатнашығыҙ, тип йүнәлеш бирәбеҙ. Ул – өлкән бала, Күмертау ҡалаһындағы 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында белем эстәй, быйыл IX класҡа бара. Тағы ла ҡыҙыбыҙ Ләйсән һәм улыбыҙ Сабир буй еткерә, улар ҙа мәктәп уҡыусылары. Айбулаттың ҡыҙыҡһыныуҙары бихисап, шуларҙың береһе – ат йәнле кеше. Шул уҡ ваҡытта көрәш менән дә шөғөлләнә.
Әбдрәхимовтар Яҡшембәт ауылында ғүмер кисерә, үҫмерҙең атаһы ла, әсәһе лә “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативында тир түгә. Егәрлеләрҙең донъялары ныҡлы, етеш йәшәйҙәр. Бәләкәй хужалыҡтарында, һыйыр малынан тыш, ат та аҫрайҙар. Айбулат үҙҙәренең “Гордый” ҡушаматлы тайы менән ҙур еңеү яулаған да инде.
Гөлсәсәк апайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ат – егеттең юлдашы тигәндәй, Айбулат яратҡан аты тураһында даими хәстәрлек күрә, күп осраҡта уны үҙе менән бергә ала.
Айбулат Әбдрәхимов 11 октябрҙә үтәсәк “Терра Башкирия” ат-спорт турнирының финал ярыштарында сығыш яһаясаҡ. Яҡташыбыҙға уңыштар юлдаш булыуын теләйек!