Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Август 2019, 14:23

Рөстәм дә, Айрат та – иң етеҙҙәре

Төрлө тоҡомло юртаҡтар ғәжәп тамаша күрһәттте.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Ат сабыштарын ҡарауҙан да йәнлерәк тамаша бармы икән? Шуға ла был көндә "Аҡбуҙат" ипподромы уҙышсылар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә ҙур байрамға әүерелде. Төрлө тоҡомло юртаҡтар ғәжәп тамаша күрһәттте.


Байрамға йыйылғандарҙы республика ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығы һәм башҡа вәкилдәр тәбрикләне.
– Борондан аттар көс һәм матурлыҡ билдәһе булған. Ат спорты буйынса беренсе республика фестивале өфөләрҙең яратҡан байрамына әүерелер, тип ышанам, – тине Сергей Плотников.

Уҙыш ике әйләнештә барҙы. Тәүгеһенең һөҙөмтәләре буйынса Рөстәм Сәйетгәгәрәев иң яҡшыһы булып танылһа, икенсеһендә – Айрат Ишназаров.
"Терра Башҡортостан" ат спорты турнирының финал ярышы 11 октябрҙә була.
Читайте нас: