Ҡайҙан ғына юлланмайҙар, хатта Ҡара диңгеҙ буйынан да Башҡортостанға киләләр.
Республикабыҙ шифаханаларының береһенә осраҡлы килеп урынлаштыҡ. Кемдәрҙер йыл башынан үҙенә аныҡ маҡсат ҡуйып, хатта хаҡтар төшкәнде сабыр ғына көтөп, юлламаны төрлөсә эләктереп ҡала, ҡыҫҡаһы, ялына алдан бик төплө әҙерләнә. Үҙен хөрмәтләгәндәр шулай итергә тейештер ҙә. Баҡтиһәң, ваҡыт ныҡ ҡыҫҡан саҡта медицина кенәгәһен тиҙ генә хәстәрләргә мөмкин икән. Байтаҡ тирҙе түгергә тура килде, әммә ниәт иткәнде үтәмәйенсә туҡталманыҡ. Бынан тыш, тәгәрмәсле заманса сумаҙан да бик йәһәт табылды, ул “һә” тигәнсә кейем-һалым менән тулды.
Ә уға хәтлем көн дә семтем ҡапҡан тоҙ менән бәйле ҡыҙыҡлы бер төш күргәйнем. Имеш, аш-һыу бүлмәһенә килеп ингәнмен дә, төрләндереп, ризыҡ әҙерләргә тотонғанмын. Аш бешергәндә, һурпаға тоҙҙо күп “тондорғанмын”, ни өсөндөр билмән эшләгәндә ит урынына тоҙ һалдым, хатта сәйҙе лә шәкәрләп түгел, “теге”нең менән эсеп маташам. Ошо сәйер төштө күрер алдынан иһә, өс-дүрт көн элек булһа кәрәк, яңылыш тоҙ түктем. Дүрткел һауыт ҡулдан төшөп китте лә аҡ иҙәнгә һибелде...
Шулай итеп, маҡсатлы рәүештә “Асы” шифаханаһына юл тоттоҡ. Ремонт эштәре дауам ителеүгә ҡарамаҫтан, Ағиҙел күперендә сират юҡ ине. Ни өсөнмө? Иртә торһаң – ит, һуң торһаң бит бешә тигән шикелле, теүәл иртәнге сәғәт унда ҡуҙғалдыҡ, шул ҡотҡарҙы. Етмәһә, урынлашаһы көндә беҙҙе төшкө ашҡа көтәләр ине. “Артыҡ ҡабаланмаһаҡ та, ике сәғәт тә үтмәҫ, унда булырбыҙ”, – тип ҡыҙыма өндәшәм. “Эйе” лә, “юҡ” та, тимәй. “Тимер ат” әкрен генә юрта башлау менән әүен баҙарына киткән, әйтәм, бер нимә лә өндәшмәй. Юғиһә, башҡа ваҡытта телсәремдең һорауы бик күп була торғайны.
Бүтән юлдаштарым да үҙ донъяларына башкөллө сумған: һылыуҡай кеҫә телефонынан күҙен алмай, эргәлә кеше бар тип тормай “пырх” итеп көлөп тә ала. Тәбиғәттең хозурлығы урта йәштәрҙәге уҙамандың иҫен китергән, тирә-яҡ мөхиткә мөкиббән булған. Тағы берәүебеҙ, был апай пенсия йәшендә булһа кәрәк, баянан бирле сумкаһында соҡсона, уның сысҡан шикелле бер туҡтауһыҙ ҡаҙыныуына ҡарағанда, барып еткәнсе эҙләгәнен тапмаҫ, ахырыһы. Архангел районының тип-тигеҙ юлынан елдерәбеҙ. “Белорет, Бөрйән яҡтарындағы кеүек әллә бында ла көтөү юҡмы икән?” – тип юрамал һорайым баҫыуҙағы бер нисә һыйыр малын күргәс тә. Ауыҙҙарына һыу уртлағандармы ни, бер кем бер ни өндәшмәй. Һүҙ ялғанмағас, уйҙарыма ирек ҡуйҙым...
Эйе, ҡасандыр рәхәтләнеп ял иткән “Талҡаҫ” шифаханаһы иҫкә төштө. Юлға сыҡҡанда ул саҡта ла йәй тантана итә ине, тирә-яҡ ҡарап туйғыһыҙ күркәм. 450 саҡрым тирәһе араны тиҙ үттек. Елһеҙ көндә лә сайҡалып ятҡан, тулҡындарын ярға бәргән Талҡаҫ күле иң беренсе булып беҙҙе ҡаршы алды. Диңгеҙ һымаҡ йәйрәп ята. Был шифахананы һайлау нимәһе менән отошло? Беренсенән, үҙендә дауалау курсы үтәһең, икенсенән, күл – күҙ күреме ер, кинәнеп һыу инәһең! Унда оҡшаған нәмәләр күп булды, әлбиттә. Батҡаҡ менән дауаланыу – шуға асыҡ миҫал. Быуындары һыҙлаған, тын алыуы ауырайған, тире ауырыуҙары менән йонсоған кешеләрҙе ҡойо менән дауалайҙар. Күҙ теймәһен, уларҙың береһенә лә зарланмайым, әммә бер нисә тапҡыр ваннала ятып сыҡҡандан һуң үҙеңдә һәр йәһәттән дә таҙарыныу тояһың, күңел тыныслығы алаһың.
Ныҡ йонсоп йөрөп, шәп итеп мунса ингәндән һуң үҙеңде нисек еңел хис итәһең, бында ла шулай, хатта унан да шәберәк булмаһа әле! Балыҡты ҡурыр алдынан онға әүәләгәнегеҙ барҙыр, хас та шуның шикелле инде. Ирекһеҙҙән ғәмһеҙ бала саҡтарға ла ҡайтып әйләнәһең. Бик ҡыҙыҡ һәм көлкөлө. Хәтәр эҫе көндәрҙә яҙғыһын быуылып ҡалған һыуҙа тас та тос килеп ҡойона торғайныҡ, ә унда шул тиклем йылы, уның батҡағында аунауҙы, бер-беребеҙҙе ҡойо менән һылашып уйнауҙы һис кенә лә оноторлоҡ түгел.
Ошо турала мине дауалаған табипҡа ла һөйләнем. “Ҡарап торам, һеҙҙә үгеҙ йығырлыҡ көс, тимәк, ул саҡта ла шифалы батҡаҡ менән дауаланғанһың бит әй”, – тип рәхәтләнеп көлә был.
Талҡаҫта ҡойоно күлдән ташыйҙар, ә уны табыуҙа һаман да ата-бабалар ысулы ҡулланыла йәки, ябай итеп әйткәндә, көрәк менән һоҫоп алалар...
“Тещин язык”ка оҙаҡмы ул?” – тип һораны көтмәгәндә ағай кеше, Белорет юлдарынан елдергәндә. Әйткәндәй, Белорет районының Ҡолмас ауылын үтә биреп әҙ генә барһаң, үҙенсәлекле боролош бар, был урын ысын “ҡәйнә теле”нән саҡ ҡына ҡайтышыраҡ, әммә әҙме-күпме оҡшаған. Ул һорағанда тап шунда инек.
– “Ҡәйнә теле” ошо инде, – тим.
– Текә ярын күрмәйемсе, – ти теге.
Уға дөрөҫөн аңлатып бирергә тура килде. Бынан һуң юлдаштарым әңгәмәгә береһенән-береһе әүәҫ ҡушылды. “Был турала ғүмерҙә лә уйламағайным”, – тине һылыуҡай, инәй иһә ул урындан һаҡ үтергә бойорҙо, атамаһы дөрөҫ ҡушылған тип йөпләне. “Ҡәйнә теле” тураһында һөйләшеп туйғас, тағы тынлыҡ урынлашты.
Урман өҫкә ауып килгәндәй...
Мин дә үҙемә бикләндем. Белорет районында тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәрҙе барлай башланым. Ҡайһылай күптәр, ҡул бармаҡтары ла етмәй хатта. Арыҫлан Мөбәрәков, Яныбай Хамматов, Тайфур Сәғитов, Әхмәҙин Әфтәх, Сабир Шәрипов, Гүзәл Ситдыҡова, Риф Ғәбитов, Дамир Шәрәфетдинов, Зәки Әлибаев, Айгиз Баймөхәмәтов һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Асыға ғүмерҙә лә аяҡ баҫмағас, нисегерәк булыр икән тигән тулҡынланыу ҙа күңелдә юҡ түгел. Инйәр аша тегеләй ҙә, былай ҙа үтеп-һүтеп йөрөгәндә, “Асы-25” тигән яҙыуға иғтибар иткәнем булды, әммә бер ҡасан да унда боролоп инергә форсат теймәне. Ә был юлы иһә Инйәргә етер алдынан һулға ҡайырылдыҡ.
Рулде уңға йәки ҡапыл һулға кинәт борам, иркенләргә әллә ни ваҡыт юҡ. Бормалы-бормалы юлдар был яҡтарҙа. Эйе, үргә менәһең дә менәһең, тау урайһың да урайһың. Береһе бөтөүгә сираттағыһы, “баҫҡысҡа менеү” шулай бер туҡтауһыҙ дауам итер һымаҡ. Ғүмер буйы шофер булған атайыма, әгәр был яҡтарҙа йөрөргә тура килһә, “юлдары йылан шикелле” тиер ине. Уның ҡарауы, юл асыҡ, һил. “Элек автомобиль хәрәкәте бында көслө ине, ҡара төтөн сығарып, ыңғыраша-ыңғыраша ҡаршыға килгән бер нисә “КамАЗ” осрай торғайны, буш йөк машиналарын иһә уҙып киткән саҡтар иҫтә ҡалған. Хәҙер таш сығарыуҙы туҡтаттылар шул”, – ти арттағы юлдашым.
Башҡортостандың ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтарына иҫең китерлек! Асыларҙың урмандың өҫтәренә ауып килгәндәй хис итеүендә тамсы ла шигем юҡ. Ағастың бейеклеге уға ҡарағанда баштан кепканың төшөүенән билдәле. Ысынлап та, ҡәләм шикелле төҙ һынлы ҡарағайҙарҙың осо күккә олғашҡан. Һыуҙың тәмлелеге һөйләп аңлатырлыҡ түгел, үләндәрҙең шифаһы – йәнгә лә, тәнгә лә дауа. Ә инде бына таштар хаҡында яйлап айырым һөйләшергә мөмкин.
Беҙҙе көтөп торғандар, хатта ишектән сығып ҡаршы алдылар. Әйтергә онотоп торам, юлдаштарым кемеһе ҡайҙа төшөп ҡалып бөттө. Һылыуҡайҙы Инйәрҙән Асыға боролған ерҙә, заправка янында һөйгәне ҡаршыланы, ә ағайыбыҙ шифаханаға етмәҫ борон туҡтатырға ҡушты, Кәрпәсте ауылына бара икән. Апай иһә Береш кешеһе булып сыҡты, беҙҙең менән ауылға хәтлем килде, унан инде юлын артабан тағы ла дауам итәсәк.
Тәүҙән үк территорияның таҙалығы күңелгә ятты. Бер ерҙә лә, хатта корпустарҙың аръяғында ла, мөйөштәрҙә лә сүп күрмәҫһең, ҡыҫҡаһы, сәскәләргә күмелгән шифахана. Бигерәк тә улар иртән хуш еҫ тарата.
“Асы” шифаханаһында күп ауырыуҙарҙан дауалайҙар, тоҙ ярҙамында. Быуындар һыҙлауынан яфа сиккәндәр, нервыһы ҡаҡшағандар, ашҡаҙан-эсәк, тире ауырыуына дусарҙар килә. “Асы” шифаханаһы директоры Буранбай Ямалов әйтеүенсә, бында һаулығын яҡшыртыу өсөн ҡайҙан ғына юлланмайҙар, хатта Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан Сочи ҡалаһынан да Асыны эҙләп килеүселәр бар. Тотош Рәсәйҙән тиһәң дә, шаштырыу булмаҫ, башҡортостандарҙы телгә алыу артыҡ. Алты йәшәү, бер дауалау-диагностика корпустары бар. Бөтәһе 190 урынға иҫәпләнгән, уларға тағы ике корпусты өҫтәһәң, унан да артып китә.
“Асы” республикабыҙҙа иң йәш шифаханаларҙан һанала. Ул 2001 йылда ял итеүселәрҙе тәүге тапҡыр ҡабул иткән.
Статистика алып баралар икән, бында йылына ун меңгә яҡын кеше сәләмәтлеген яҡшырта. Әҙме-күпме икәнен үҙегеҙ самалағыҙ. Миңә ҡалһа, бик яҡшы күрһәткес. Ошо тиклем пациентты 250 кеше хеҙмәтләндерә, шул иҫәптән 12 врач һәм 56 шәфҡәт туташы, ҡалғаны – техник хеҙмәткәрҙәр.
Өлкәндәр һөйләүенсә, шифахана өсөн нигеҙ ҡаҙый башлағанға тиклем был урында асылар бесән сапҡан. Ә 2001 йылдан һуң уларға сабынлыҡты бүтән урындан бүлгәндәр. “Игентауҙың бесәне малға тотоп ҡына ашатмалы ине” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатланы ололар. Унан алыҫ түгел Мәләкүр тауы күренә, эргәлә генә Шәреташ күле, ҡоралайҙар асыҡ күренгән ҡая ла күл исеме менән аталған.
Асыла асҡа үлмәҫкә мөмкинме?
Алыҫтан һәм ситтән ҡараш ташлап, моғайын да, был ауылды эшһеҙлек урап үткәндер, тип уйланым. Бер шифахана ғына үҙе әллә күпме кешене эшле иткән дә инде! Ә ысынында хәл-торош нисек?
Эңер төшөр алдынан ҡыҙым менән йәйәүләп ауыл күрергә булдыҡ. Кемдәрҙер баҡса мәшәҡәттәренән һаман да арына алмай картуф утай. Икенселәр мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл, йөк машиналарының асыҡ кузовында ир-аттың күренеүе, “ЗИЛ”-ға бесән күп тейәлгәнлектән, саҡ ҡайтып килеүе шул турала һөйләй. Сайпылтмай, бер тамсыһын да ергә ҡоймай көйәнтә менән һыу ташыусы сибәркәйҙәр юлға осраны. Мәрәкә бер хәлгә иғтибар иттем. Беҙҙең яҡтарҙа көтөү ҡайтып тынлыҡ урынлашҡас, өлкәндәр өйөлгән бүрәнәгә ултырып, төрлө яңылыҡтар тураһында һөйләшә торғайны. Бында иһә магазиндар, айырыуса ҙурының алдында кешеләрҙең күплеге күҙгә салынды. Көтөү тураһында белгегеҙ килһә, ул бында ойошторолмаған. Көтөүсе юҡлыҡтан түгел, ә малдарҙың иркен йөрөүенә ни етә! Әйткәндәй, Асыла бер нисә магазин бар, күбеһе төнгә тиклем эшләй. Артур Сәлимов, Эмиль Юлаев, Мәрүә Мәхмүтова, Марина Титова кеүек йүнселдәр халыҡты көндәлек тауарҙар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә, бик тә мәслихәт. Сауҙа нөктәләренең береһенең тупһаһында баҫып торған егеткә һүҙ ҡуштым.
Әңгәмәсем һүҙгә бик һаран булып сыҡты. Уны ла аңларға була инде, эшһеҙ, тимәк, аҡсаһыҙ, ә ундай кешенең асыуы яман. Быға тиклемге көнкүрешен күҙаллайым, һары таңдан ҡара кискә хәтлем ерҙе аҡтарһаң, һәр беребеҙ телде арҡыры тешләр хәлгә етәсәк.
– Аҡсаны биреүен-бирҙеләр, әммә бик әҙ.
– Ҡара тир сығараһың, ә тейешен түләмәнеләрме?
– Тейешен түләмәү генә түгел, кәкре ҡайынға терәтеүселәр ҙә осраны.
Юлдашым телгә алған йөк машиналары, тимәк, тауар алырға килгән икән.
Бында бер нисә карьер булған. Береш ауылына барғанда үҙем быға шаһит булдым. Теләһә нисек аҡтарып бөткәндәр ерҙе, йәмһеҙ күренеш. Тәбиғәткә ҡасан һаҡсыл ҡарай башларбыҙ? Алтынға торошло бындағы ташты халыҡ телендә асы мәрмәре, тиҙәр. Лемезит йәки плитняк тип тә йөрөтәләр. Таш сығарыу менән бер нисә кеше шөғөлләнгән. Был тәңгәлдә документтары теүәл булған һәм эшселәргә тейешле хеҙмәт хаҡын түләгән Ислам Ғәйнетдинов тигән уҙаманды ғына маҡтап телгә алдылар. Уның өлгөһөнә бүтәндәр ҙә эйәрһә, насар түгел дә инде!
Бейек арбалы йөк машиналарына тейәлгән таштарҙы илебеҙҙең төрлө тарафтарына алып киткәндәр. “Ә уларҙы ниндәй маҡсатта ҡулланалар?” тигән һорау тыуыуы ихтимал. Дөрөҫ фекер был. Юлға түшәйҙәр, бордюрҙы матурлау, стеналарҙы йөҙләү өсөн дә ҡулланалар. Хәйер, ҡәҙерен белгәндәргә таштың артығы юҡ инде ул. Магазин янындағы егетте йәлләп ҡуйҙым, көнлөксө хәленә ҡалмаһа ярай ҙа!
Умартасылыҡ ярайһы үҫешкән. Денис Ғәлиев, Әҡсән Хәмзин ише сәмселдәр күп умарта тота, ниндәй заманда ла аҡса табып булыуҙы улар ауылдаштарына иҫбат иткән, үҙҙәренең артынан бүтәндәрҙе лә күпләп эйәртһәләр ине тигән теләк көслө. Тағы ла ағас эшенә күмелгәндәр ҙә етерлек, улар инде пилорама тота. Асы ауылы аша поезд һәм электричка йөрөй, үҙ сиратында тимер юлда эшләүселәр ҙә байтаҡ. Һүҙ ҙә юҡ, элек был ауылда көслө леспромхоз булған, донъялар үҙгәреү сәбәпле, ул юҡҡа сыҡҡан.
Асы ауыл советы ҡарамағында – Исҡушты, Береш, Мулдаҡай һәм Берештамаҡ ауылдары. Асының 600-гә яҡын йортонда бер мең тирәһе кеше йәшәй. Шифаханалағы, музейҙағы, тимер юлдағы, ауыл хакимиәтендәге, урта мәктәптәге, балалар баҡсаһындағы хеҙмәткәрҙәрҙе бәхетлеләр рәтенә индерергә мөмкин, сөнки уларҙың барыһының да эш урыны бар. Ни тиһәң дә, апайым әйтмешләй, “күптәр кредитта ултыра”, ауылда нигеҙ ҡорһа ла. Хәстәрлекле магазин хужаларына рәхмәтле ҡайһы берәүҙәр, улар бер нисә кешене эшле иткән. Пилорамала ла тир түгә егеттәр, умартасылар иһә үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә, таш сығарыусыларҙы әйткәйнек инде. Асы һәм уның тирәһендә тырышып эшләп ятҡандарҙан айырмалы, Себер һәм бүтән тарафтарҙа ла бил бөгөүселәр бихисап. Әлеге лә баяғы леспромхоздың бөтөүе күп кешене эшһеҙ ҡалдырған.
Улай ғына ла түгел, Инйәр ҡасабаһындағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн полигонды япҡас, асылар сүп-сарҙы 120 километр алыҫлыҡта ятҡан Белорет ҡалаһына алып барып түгергә мәжбүр булған. Әле был тәңгәлдә реформа башланды. Йәштәргә өй һалыу өсөн урындың наҡыҫлығы аптырата. Ауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта ятҡан, урман фондына ҡараған ҡола яландан урын бүленеүен-бүленә, әммә Асыға яҡын урынды бер нимә лә алмаштыра алмай. Халыҡтың, “йортҡа газ үткәреү шул тиклем мәшәҡәт, өҫтәүенә ҡыйбат”, тип зарланыуын да ишеттек. Бер нәмә аңлашылмай: күршеләге Береш ауылы тулыһынса зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған, ә бында уның киреһен күрәбеҙ. Хаҡты кем бөгә?
Һыуҙың, бигерәк тә эсәр һыуҙың ҡәҙерен уны тир түгеп тапҡандар, бигерәк тә мохтаждар белә. “Ҡайҙа ғына төртһәң дә, күпме тәрәнлектә ҡаҙһаң да, эсәр һыуға юлығырмын тимә! Тоҙло һыу урғылып тик тора!” – тип һөйләй асылар. Үҙем күрҙем, ауыл уртаһындағы ҡалалағы шикелле моронло колонкаһы – асыларҙы эсәр һыу менән тәьмин итеүсе берҙән-бер нөктә. Береш ауылы яғынан һыу торбаһын шифаханаға һуҙғандар. Ни өсөндөр бер урында ғына колонка ҡалдырғандар. “Әлдә ул бар әле”, – тип шатланалар. Һүҙ ҙә юҡ, шишмә һыуын да ҡулланалар. Һыу тигәндән, Асыны йәйрәп ятҡан Инйәр һәм Юрмаш йылғаһы һуғарып ята, Тоҙйылға Инйәргә ағып төшә.
Асы ауыл хакимиәтендә белдереүҙәренсә, улар киләсәккә матур пландар ҡороп эш итә. Мәҫәлән, бында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. 2017 йылда “МТЗ-80” маркалы трактор һатып алғандар. Бынан ары эштәр алға киткән. “Тимер ат”ҡа бер миҙгелдә лә ял юҡ. Ҡышҡыһын урамдарҙы ҡарҙан таҙартһа, йәйгеһен юл ситтәрен сабыу, сүп-сар ташыу кеүек бурыстарҙы атҡара. Спорт майҙансығы төҙөргә уйлайҙар. Әлбиттә, унда малайҙар өсөн каток булдырыу ҙа күҙаллана, йәй етеүгә футбол, волейбол, баскетбол уйнау өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ.
Артистың йәнле тауышын ишеттем
Асыла булып та Арыҫлан Мөбәрәковтың музейын барып күрмәү ғәфү итерлек түгел. Һуңынан үкенескә ҡалмаһын тигән уйҙы күҙ уңында тотоп, шифахананан аҫҡа төштөк (шифахана тау башында ултырғас, ял итеүселәр “аҫҡа төшөү” һүҙен ҡыҫтырып һөйләй). Етмәһә, күптәргә хас булған миндә лә шундай үҙенсәлекле ҡыҙыҡһыныуым бар, берәй ауылға килеү менән ундағы билдәле кешеләрҙе барларға тотонам, өҫтәүенә белем усаҡтары тураһында ла төпсөнәм. СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковты кем белмәй! Асы – уның тыуған ауылы. Мин атлап үткән Оло Йылға, Таш Бесән урамдарынан ҡасандыр бөйөк сәнғәт әһеле йөрөгән, Дарыухана, Берғат, Утар, хатта Мөбәрәков урамдарына ла юлы төшкәндер, иманым камил. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге музей директоры Айһылыу Ғарипованың һүҙҙәренә ҡарағанда, кешеләр музей ишегенә ябылырға форсат бирмәй, айырым да киләләр, күмәкләп тә сәфәр ҡылалар. Эргә-тирәнән дә, алыҫтан да экскурсия ойошторалар.
Ҡыҙыҡ, бер үк Өфөлә ғүмер иткән йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы Нурислам Ҡалмантаевты ситтә осратырмын тип кем уйлаған?! “Ҡустым, Арыҫлан Мөбәрәков ише таланттар онотолорға тейеш түгел, бик шәп музей, уны үҫтерергә һәм һаҡларға кәрәк”, – тине ул.
Арыҫлан Мөбәрәковтың тауышын ишетеү шәхсән минең өсөн бигерәк тә тетрәндергес булды.
Йырсы Вилмир Әбүбәкеровтың концерты була тигән яңылыҡты ишеткәс, шатланып киттем, “Елмерҙәк” этно-рок төркөмө етәксеһе булараҡ та уны беләм. Кискә ҡарай кейенеп-яһанып киттек йыр-моң иленә. Баш ҡалала төрлө концерттарҙы тамаша ҡылып өйрәнгәс, күңел ашҡына бит. Бөгөн Вилмир Искәнйәр улы Межгорье ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ижадсы халыҡ йырҙарын да, дәртле йырҙарҙы ла башҡарып, ял итеүселәргә бынамын тигән бүләк эшләне. Ә инде ҡурайҙа оҫта һыҙҙыртыуын телгә алыу артыҡ. Һөйөклө кәләше Раяның сәхнәне бер итеп бейеүенә һоҡланмаған кеше һирәк булғандыр. Хатта уға ҡушылып бейергә төштө күптәр. Улай ғына ла түгел, йырсының аралаштырып көләмәс һөйләүе кисәгә йәм өҫтәне.
Вилмир Әбүбәкеров көлөп һөйләүенсә, ҡулайлаштырыу еле уға ла ҡағылған. Хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартҡан, әле водитель урынына ла, көйҙәр биреп тороусы ла үҙе. Диана Ишниязованың да концерты көтөлә ине, әммә беҙ ҡайтып китеү сәбәпле, уға бара алманыҡ. Ғөмүмән, Асы шифаханаһында пациенттарҙы нисек яҡшы дауалаһалар, уларҙың буш ваҡытын уҙғарыуға ла етди ҡарайҙар. Һүҙҙәремә ҡеүәт, Алһыуҡая тигән иҫтәлекле урынға сәйәхәт ойошторҙолар.
Ял итергә юлланғанда Юрмаш йылғаһы оҙатып ҡалғайны, ҡыҙыҡ, бында шулай уҡ Юрмаш йылғаһы ҡаршы алды. Өфө һәм Белорет райондарындағы был йылғалар араһында уртаҡлыҡ бармы? Ошо турала алдағы һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ.