СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Бормандың яҡты иҫтәлегенә “Салауат Юлаев” спорт һарайында грек-рим көрәше буйынса XXXIV Бөтә Рәсәй спорт ярыштарын асыу тантанаһы булды, бәйге иртәгә тамамлана.
Маҡсат – Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда спорт көрәшен үҫтереү, спорт резервын әҙерләү, малайҙарҙы спортҡа ылыҡтырыу, иң-иңдәрҙе асыҡлау. Бәйгелә 32 килограмдан алып 110 килограмға тиклемге кәүҙә ауырылығы үлсәмендә спортсылар ҡатнаша.
Бормандың кем икәне тураһында күптәр белгеһе киләлер.
Өфөлә тыуып үҫкән Владимир Алексеевич бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнгән. Бик күп спорт мастерҙары әҙерләгән һәм халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары тәрбиәләгән. 1980 йылда Мәскәүҙә уҙған XXII Олимпия уйындарында көрәш турнирында судья булған.
Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, даһи спортсыларҙың исемен йәш быуынға еткереү, яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү тәңгәлендә республика етәкселе күп уй-ниәттәрҙе бойомға ашыра.
Сара сиктәрендә тиҙҙән төҙөләсәк Көрәш үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды.