Өфөнөң “Динамо” стадионында Рәсәй пенсионерҙарының алтынсы Спартакиадаһы тантаналы асылды.
Сараға илдең 78 төбәгенән һәм Чехия, Финляндия, Әрмәнстан, Бөйөк Британия, Литва, Германия, Франция илдәренән спортсылар йыйылды.
Тәүҙә сарала ҡатнашыусыларҙың парады була, аҙаҡ уларҙы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм “Премьер” төркөмө сәләмләйәсәк. Авиашоу ҙа ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Спартакиаданы асыу тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбировтың, Рәсәй спорт министры урынбаҫары Марина Томилованың, Пенсионерҙар союзы рәйесе Валерий Рязанскийҙың һәм башҡа рәсми ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.