Имәндәш ауылы эргәһендә, Уҡлыҡая итәгендә һыбай һәм традицион уҡ атыу буйынса IV халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале үтте.
Өс көн дауам иткән сарала республиканың төрлө төбәктәренән, Дағстандың – Каспийск, Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаларынан һәм башҡа ерҙәрҙән килгән уҡсылар тәүге көндә һыбай килеш уҡ атыуҙа көс һынашты. Бәйгеселәрҙе Калининград ҡалаһынан, Литванан һәм Төркиәнән килгән судьялар баһаланы.
Уҡсыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов халыҡ-ара фестиваль башланыу менән тәбрикләп: “Ҡунаҡсыл Ғафури ерендә, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған төйәгендә, утыҙлаған милләт кешеһе дуҫ-татыу йәшәгән районыбыҙҙа, ошондай хозур тәбиғәт ҡосағында һеҙҙе ҡаршылауыбыҙға шатбыҙ. Һеҙгә бәйгеләрҙә еңеүҙәр теләйем!” – тине.
“Мәргән уҡсы” ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин дә ярыштың яҡшы үтеүен теләне. Уҡ-һаҙаҡ таҡҡан, милли кейемдәрҙәге уҡсылар ярһыу аттарҙа ярыш үтәсәк урынға йүнәлде. Улар йәрәбә тартҡандан һуң, бәйге башланып китте.
Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Гөлгөнә Баймырҙина әйтеүенсә, һыбай уҡ атыу ярышында ҡатнашырға утыҙлаған уҡсы теләк белдергән. Араларында Ҡаҙағстандан Әлиә Бекен исемле ҡыҙ ҙа бар.
Тәүге көндә һыбай килеш уҡ атыуҙа Кореяның ике дисциплинаһы буйынса ярыштылар. Юлай Ғәлиуллин был турнирҙың үҙенсәлеге менән таныштырып, уҡсылар һыбай сабып килгән көйө сәпкә ата, дистанция 90 метр, тәүҙә – ике, һуңынан өс сәпкә тейҙерергә кәрәк, тип аңлатты.
Ярыш бик ҡыҙыу, сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә Әбйәлил районынан Рушан Хәсәнов – беренсе, Өфөнән Юлай Ғәлиуллин – икенсе, Өфөнән Денис Өмөтбаев – өсөнсө, ҡаҙаҡ ҡыҙы Әлиә Бекен дүртенсе урынға лайыҡ булды.
Турнирҙың икенсе көнө "Мәргән уҡсы"ларға арналды. Бында егеттәр араһында Салауат Юлбирҙин (Бөрйән), гүзәл заттарҙан Әлиә Ишморатоваға тиңләшеүсе булманы.
Иң яҡшы 12 уҡсы “Евразия Кубогы” өсөн бәйгелә көс һынашты. Бында ла Бөрйән егеттәре үҙҙәрен иң таһыллыһы итеп танытты. Салауат менән Сынбулат Юлбирҙиндар һәм Омскиҙан Даниил Вяткин тәүге урындарҙы яуланы.