Башҡортостандың Ҡатнаш көрәш сәнғәте (икенсе төрлө ММА) федерацияһының вице-президенты Заһир Түләбаев белдереүенсә, тиҙҙән республикала "Земство тренеры" проекты эшләй башларға тейеш. Ошо маҡсатта, тренерҙарҙы ауылға йәлеп итеү өсөн, 60 миллион һум аҡса бүленергә тейеш.
"Республиканың ММА федерацияһының вице-президенты булараҡ йәмәғәт эше менән йөрөгәндә райондарҙа йыш ҡына көрәш секцияларын алып барыу өсөн тренерҙар булмауы мәсьәләһенә килеп төртөләһең. Был минең төп һорауым булды һәм уға бик яҡшы яуап алдым.
Тиҙҙән "Земский тренер" проекты ғәмәлгә инергә тейеш. Тренерҙарҙы райондарға йәлеп итеү, урынлашыуҙа ярҙам итеү өсөн был проектҡа 60 миллион һум бүленәсәк", - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша ул.
Әлбиттә, ауыл ерендә йәшәгән балаларҙы спортҡа йәлеп итеү йәш быуынға ҙур спортҡа юл асасаҡ, буш ваҡыттарын файҙалы итеп уҙғарыу мөмкинлеген бирәсәк, насар юлдан алып ҡаласаҡ.