Спорт һәм туризм
9 Сентября 2019, 07:12

Чемпионка ярыш мәлендә иҫен юғалтҡан

Спортсыларҙың тренировкаларҙа үҙҙәрен нисек “бөтөргәнен” беҙ генә белмәйбеҙ.

Фото: Lenta.ruФото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru
Миҙалдар, еңеүҙәр еңел бирелмәй. Уларҙы яулау өсөн ни тиклем көсөргәнеш, көс һәм ваҡыт талап ителә бит. Спортсыларҙың тренировкаларҙа үҙҙәрен нисек “бөтөргәнен” беҙ генә белмәйбеҙ.
Кисә художестволы гимнастика буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Александра Солдаткина Португалияла үткән Саҡырыу кубогы ваҡытында, финал ярыштар мәлендә иҫен юғалтып йығылған.
Бер күнекмә эшләгәндән һуң уға ҡыйын булып китә, күҙ алдары ҡараңғылана, ул иҫен юғалта. Һөҙөмтәлә уның сығышын туҡтатырға мәжбүр булалар. Александра артабан донъя чемпионатында сығышын дауам итә алырмы-юҡмы, быны Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Ирина Винер-Усманова хәл итергә тейеш. Әлбиттә, спортсы ҡыҙҙың төшөп ҡалғыһы килмәй, тик барыһы ла тренер ҡарамағында.
21 йәшлек Солдатова дүрт тапҡыр донъя чемпионы, шулай уҡ донъя беренселегендә өс көмөш һәм бер бронза миҙалы бар. Ҡыҙға һаулыҡ һәм артабан да илебеҙ данын юғарыраҡ бәйгеләрҙә яҡлауын теләйек.
Читайте нас