Өфө ҡалаһындағы "Японец" һәүәҫкәрҙәр футбол командаһы, күптән түгел ойошторолоуына ҡарамаҫтан, үҙ көйәрмәндәрен табып та өлгөргән.
Уларҙың бағыусыһы – Өфөләге "Японец" автомобиль алмаш частары магазины. Сауҙа учреждениеһы етәкселеге уйынсыларҙы махсус форма, аяҡ кейемдәре менән дә тәьмин итә. Бынан тыш, баш ҡалала уйындар ойоштороуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Футбол командаһы капитаны – Нияз Ғәлин, ул шулай уҡ ярымһаҡсы ла. Әйткәндәй, егет ете йәшенән үк ошо спорт төрө менән ныҡлап мауыға.
“Бала саҡтан футбол уйынын яратып ҡарай инем, уҡыған саҡта уҡ секцияға яҙылдым, – ти Нияз. – Мәктәпте, юғары уҡыу йортон тамамлап, эшкә урынлашҡас та футболды ташламаным, әле лә туп артынан йүгерәм”.
Нияз Ғәлин ошо уйынды яратҡан иптәштәре менән һөйләшеп, үҙ командаһын булдыра. Бөгөн уларҙы таныйҙар, уйындарына көйәрмәндәр ҙур теләк менән килә. Спортсылар киләсәктә ныҡлап үҫешеү маҡсатын алған, күрше төбәк футболсылары менән көс һынашырға ла күҙаллайҙар.
Бөгөн командала 13 егет шөғөлләнә. Төрлө тармаҡта эшләгән спортсыларҙы футболға һөйөү берләштерә. Егеттәр аҙнаһына бер тапҡыр Өфөнөң "Нефтсе" стадионында шөғөлләнә.
Кем белә, бәлки, "Японец" һәүәҫкәрҙәр футбол командаһы баш ҡалабыҙ данын йыраҡтарға таратыр әле. Ә егеттәрҙең бының өсөн көс-дарманы етерлек!