Билдәле сәхнә йондоҙо Салауат Фәтхетдиновтың улы Рөстәм...
Фото:sahne.ru
Билдәле сәхнә йондоҙо Салауат Фәтхетдиновтың улы Рөстәм Сочи ҡалаһында ойошторолған автомобиль ярыштарында “S1600 Юниор” класында чемпион исемен һаҡлап ҡалған.
AG Team командаһы уҙышсыһы Рөстәм Фәтхетдинов бынан алдағы этаптарҙа йыйған мәрәйҙәр һаны буйынса финишҡа тиклем үк чемпион тип танылған, тип хәбәр итә “Сәхнә” журналы.
Спортсының атаһы, әлбиттә, улының уңыштарына ҡыуанысын белдереп, “Дуҫтар, Рөстәм Салауат улы Фәтхетдинов - чемпион! Мин - иң бәхетле атай. Миңә теләктәшлек күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт”, - тип яҙған.