Ниһайәт, Германиянан «Формула-1» автоуҙышсыһы Михаэль Шумахер алты йылдан һуң команан сыҡҡан. Ул әле Париждың Жорж Помпиду исемендәге дауаханаһында сәләмәтлеген нығыта.
Шумахер 2013 йылдың декабрендә Францияла саңғы менән шыуғанда етди зыян күрә. Ете тапҡыр донъя чемпионының баш мейеһе йәрәхәтләнә: ике ярымшарына ла зыян килгән һәм ҡан һауған була.
Шумахерҙы һауыҡтырыуҙы 69 йәшлек профессор Филипп Менаше үҙ иңенә ала. Ул – баш мейеһен дауалау буйынса күптән танылыу яулаған белгес.
Чемпионға күп тапҡыр операция яһағандар, әле ул, алда әйтелгәнсә, команан сыҡҡан.