Спорт һәм туризм
13 Сентября 2019, 17:28

Йәшел төҫкә өйрәнгәйнек бит әле...

Көндәлек мәшәҡәттәр араһында һиҙҙермәй генә Континенталь хоккей лигаһы старт алды. Һиҙҙермәй тием, сөнки "Салауат Юлаев" тәүге уйындарын ситтә уҙғарҙы.

vk.comvk.com
vk.com
Көндәлек мәшәҡәттәр араһында һиҙҙермәй генә Континенталь хоккей лигаһы старт алды. Һиҙҙермәй тием, сөнки "Салауат Юлаев" тәүге уйындарын ситтә уҙғарҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсе уйында буллит буйынса еңелделәр. Иртәгәһенә үс алдылар, артабан "Себер"ҙе лә ҡыйраттылар.
Ниһайәт, Өфөләге тәүге осрашыу. Аренала буш урындар юҡ. Ҡунаҡҡа ла бығаса еңелеү белмәгән Екатеринбургтың "Автомобилист" командаһы килгән. Ул былтыр ҙа йыл буйы шәп уйнап, плей-офта тап беҙҙең клубтан отолғайны.
Урал егеттәре быйыл да яҡшы хоккей күрһәтә. Ни хәтлем тырышһалар ҙа, юлаевсылар уларҙың "стенаһын" емерә алманы. 0:2 иҫәбенә еңелеп ҡуйҙылар.
Ә иртәгә "Амур" көс һынашырға килә. Был кистә беҙҙекеләр боҙға яңы уйын формаһында сығасаҡ. Йәшел төҫкә өйрәнгәйнек бит әле. Көйәрмәнгә оҡшармы икән ул?..
Читайте нас