Спорт һәм туризм
17 Сентября 2019, 18:48

"Дат принцы" уйынға нөктә ҡуйҙы

Шәп уйын ҡараны бөгөн көйәрмәндәр. Унда отолоп барыу ҙа, ирҙәрсә сәкәләшеү ҙә, ҡапҡасыны алмаштырыу ҙа, матур голдар ҙа булды.

vk.comvk.com
vk.com
Шәп уйын ҡараны бөгөн көйәрмәндәр. Унда отолоп барыу ҙа, ирҙәрсә сәкәләшеү ҙә, ҡапҡасыны алмаштырыу ҙа, матур голдар ҙа булды.
"Салауат Юлаев" "Куньлунь Ред Стар"ҙы еңел генә еңер тигән уй дөрөҫкә сыҡманы. Беренсе осорҙа иҫәп асылманы. Икенсеһендә ҡунаҡтар алға сыҡты. Юлаевсылар Теему Хартикайнендың мәргәнлеген оҫта файҙаланды - иҫәп тигеҙләнде. Әммә ҡытай командаһы йәнә алға сыҡты.
Өсөнсө осорҙа беҙҙекеләр күмәк көс менән тағы иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Лидерыбыҙ Никита Сошников быны бик матур эшләне. Ә инде хәл иткес мәлдә һаҡсыбыҙ Дания гражданы Филип Ларсен уйынға нөктә ҡуйҙы - 3:2.
Читайте нас