Спорт һәм туризм
21 Сентября 2019, 16:02

“Аҡбуҙат”ҡа килегеҙ!

Иртәгә "Терра Башҡортостан"да ҡайһы райондар бәйгеселәре майҙан тотасаҡ?

Фото: bash.news.ruФото: bash.news.ru
Фото: bash.news.ru
Борай, Ишембай, Нуриман, Тәтешле һәм Шишмә райондары һыбайлыларының ат сабыштарын күргегеҙ килһә, иртәгә баш ҡалалағы “Аҡбуҙат” ипподромына килегеҙ.
Көндөҙгә сәғәт 12-лә “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының 11-се этабы башланасаҡ.
Ғәҙәттәгесә, сабыш ике этаптан торасаҡ. Тәүгеһендә район чемпиондары билдәләнә. Икенсеһендә иһә дүрт еңеүсе асыҡланып, улар үҙ-ара ярышасаҡ.
Ипподром фойеһында ошо райондарҙың күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола.
Читайте нас