“Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының сираттағы этабы уҙҙы.
Өфөләге Таһир Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының 11-се этабы булды. Унда Борай, Ишембай, Нуриман, Тәтешле һәм Шишмә райондары һыбайлылары ҡатнашты. Сара айҡанлы ипподром фойеһында бай күргәҙмә-йәрминкә лә ойошторолғайны.
Ғәҙәттәгесә, сабыштар ике өлөштән торҙо. Тәүгеһендә һәр райондың чемпиондары билдәләнде. Мәҫәлән, Ишембай районы хакимиәте кубогына ат сабыштарында Денис Федоровҡа тиңдәр табылманы. Уның “Малыш” ҡушаматлы юртағы беренсе булып килде. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Марат Саҙрисламов менән Булат Әхмәтов бүлеште. Еңеүсегә бүләкте Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Ишемғолов тапшырҙы.
Шишмә районының спортсыларын дәртләндереү өсөн көйәрмәндәр күпләп килгәйне. Быға элек-электән унда йылҡысылыҡҡа иғтибарҙың ныҡ булыуы сәбәпселер. Шуға был районда тыуып үҫкән жокейҙарҙың да тәжрибәһе күпкә бай. Шишмәләрҙең данын туғыҙ һыбайлы яҡланы, Фидан Ғәйфуллин “Резвый” ҡушаматлы юртаҡта беренселекте бирмәне. Әйткәндәй, был сабыштарҙа гүзәл зат вәкиленең ҡатнашыуы ла сараның бәҫен арттырып ебәрҙе. “Гардемарин”да финишҡа дүртенсе булып килгән Айгөл Моратова етеҙлеге, сәмселлеге менән барыһын да таң ҡалдырҙы.
Ат спорты турнирында, ғәҙәттә, район һабантуйҙарында тәүге урындарҙы яулаған һыбайлылар үҙен һынап ҡарай. Нуримандар ҙа тыуған төбәге данын яҡларға иң етеҙ һыбайлыларын ебәргәйне. Һөҙөмтәлә “Резвая” ҡушаматлы юртаҡта Айгиз Сибәғәтуллин һынатманы. Тәтешле районы хакимиәте кубогы Илнар Миңлеғоловҡа (“Ҡарлуғас”) эләкһә, Борай районы хакимиәте кубогын Алмас Бәҙретдинов (“Ҡырым”) алды.
Әйткәндәй, Борай районында ат спортына ҙур өлөш индергән Данил Мөғәллимовты тик яҡшы яҡтан хәтергә алалар. Шуға, уның яҡты иҫтәлегенә арнап, турнирҙа махсус приз булдырылғайны. Был, әлбиттә, район етәкселегенең йылҡысылыҡҡа етди иғтибар бүлеүе хаҡында ла һөйләй. Шуныһы һөйөнөслө: Данил Мулланияз улының данлы юлын дауам итеүселәр күп. Улы Айрат менән ҡустылары ипподромдағы ярыштарҙа көс һынаны. Һөҙөмтәлә махсус призды “Казачка” юртағында Фәнил Мөғәллимов алды.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған сараның финалында Шишмә, Ишембай, Нуриман, Тәтешле, Борай райондары ярыштарында беренсе һәм икенсе урындарҙы биләгәндәр көс һынашты. Ошо төбәктәр һыбайлылары араһындағы бәйге алдынан башҡорт тоҡомло ике атта ярышыу өсөн йәрәбә һалынды. Тәүге юртаҡ һәр райондың чемпионы өсөн тәғәйенләнһә, икенсеһе II урын алғанға бирелде. Шулай итеп, финал ярыштарында башҡорт тоҡомло аттарҙа саптылар.
“Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының 11-се этабында беренсе урынды Борай егете Азамат Әғләмов яуланы. Уның “Лайк” ҡушаматлы аты хужаһын пьедесталдың беренсе баҫҡысына күтәрҙе. Икенсе урында – Ишембайҙан Денис Федоров (“Малыш”), өсөнсөлә – Тәтешленән Айназ Нуруллин (“Иркә”).
Беренсе урын яулаған үҫмергә – 15 йәш. Ул биш йыл ат спорты менән шөғөлләнә. Ағайҙары Алмас менән Әмир ҙә ошо спорт төрөн үҙ иткән. Азамат әйтеүенсә, уңыштарҙың барыһы өсөн дә егет иң башта атаһы Әлфиткә рәхмәт белдерә. Ул улдарын бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырып үҫтергән.
“Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының финал ярыштары 11 октябрҙә үтәсәк.