Кисә Башҡортостан көйәрмәндәре кәйефһеҙ генә йоҡоға талды. Бындайҙы көтмәгәйне улар.
Кис Санкт-Петербургта юлаевсылар СКА хоккейсылары менән сәкәләште. Был уйын миҙгел башында Санкт-Петербург клубы ҡарамағында булған Никита Сошниковты беҙҙең Владимир Ткачевҡа алмаштырыу менән ҡыҙыҡлы ине. Никита СКА-ла уйнамаһа ла, Өфөгә океан аръяғынан килһә лә, КХЛ-да уға тап ошо клубтың хоҡуғы бар, ә Владимир былтыр юлаевсылар сафында булғайны. Әйткәндәй, әле икеһе лә – яңы клубтарының лидерҙары, икеһенең дә туғыҙар мәрәйе бар.
Был матчта ҡайһыһы алға сығыр? Кемеһе икенсеһенең танауына сиртер? Уйын башланып, 18 секунд уҙғас та һорауға яуап алдыҡ: беҙҙекеләр “йоҡонан да уянып” өлгөрмәне, Ткачев иҫәпте асты!
Икенсе осорҙа Теему Хартикайнен уны тигеҙләне лә ул, әммә өфөләрҙән Александр Кадейкиндың шайбаны ҡулға эйәләштерә алмай мыштырлауы арҡаһында хужалар тағы алға сыҡты.
Өсөнсө хәл иткес осорҙа улар тағы ике гол индерҙе, һуңғыһын – буш ҡапҡаға. Йәл, “Салауат Юлаев” хоккейсыларының күҙҙәрендә ялҡын тоҡанып китерлек осҡондар күренмәне. Аренаға барған беҙҙең көйәрмәндәр генә иң шәбе булды, ахыры, был кистә...