Спорт һәм туризм
1 Октября 2019, 12:31

Был – минең төбәгем!

Кем ул блоггер? Уларҙы бөгөн журналистар менән сағыштырыуҙарының сәбәбе нимәлә? Юлъяҙмамды башлар алдынан ошо һорауҙарға яуап эҙләү зарур.

Бер төркөм йәштәрҙең ғәҙәти булмаған сәйәхәте.


Кем ул блоггер? Уларҙы бөгөн журналистар менән сағыштырыуҙарының сәбәбе нимәлә? Юлъяҙмамды башлар алдынан ошо һорауҙарға яуап эҙләү зарур.


Шартына килтереү мөһим


Интернет селтәрендәге сәхифәһендә әүҙем тормош алып барған, ниндәйҙер айырым һәләткә, оҫталыҡҡа эйә булып, серҙәре менән уртаҡлашҡан, тәғәйен темаға йәки йәмғиәттәге төрлө ваҡиғаларға ҡарата үҙ һүҙен еткереп тороусыларҙы блоггер тип йөрөтәләр.


Ҡайһы бер блоггерҙарҙың эше YouTube каналына ҡыҙыҡлы видеояҙмалар һалыуҙан ғибәрәт булһа, күптәре Инстаграм сайтына матур фотоһүрәттәр ҡуйыуҙан тыш, уҡыусыһын ҡыҙыҡһындырып, зиһенен ҡуҙғытып ебәрерҙәй текстар ҙа яҙа белергә тейеш. Ҡәләмгә тотонғанда (был осраҡта клавиша төймәләре) яҙасаҡ тексҡа уңышлы исем һайларға, ул матур, ыҡсым күренһен өсөн, абзацтарға бүлергә, тәүге һөйләменән үк уҡымлы итергә – был бурыстарҙың барыһы ла блоггерҙарҙы журналистика менән тығыҙ бәйләй. Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, журналистика заманы тиҙҙән үтәсәк, бар мәғлүмәт, интернет киңлеге блоггерҙар ҡулына күсәсәк.


Ә беҙҙә, башҡорт йәштәре араһында, бармы улар? Был һорауға яуап табыуы ҡыйын, әммә блоггер булырға теләгәндәр байтаҡ. Тап шундайҙарға ярҙам йөҙөнән ойошторолған да инде “Минең төбәгем” блог-туры. Бынан тыш, уның төп маҡсаттары – ҡатнашыусыларҙы Башҡортостаныбыҙҙың тарихи, иҫтәлекле урындары, милли мөхит, йола, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән таныштырыу, былар хаҡында шартына килтереп, интернет киңлектәренә хәбәр итергә өйрәтеү.


“Минең төбәгем”де кем уйлап тапҡан?


Бөгөнгө башҡорт йәштәренең берҙәм генә түгел, зыялы ла булыуы ҡыуандыра. Күбеһе хәҙер айыҡ аңлы, сәләмәт тормошҡа ынтыла, үҙ өҫтөндә эшләй, төрлө яҡтан үҫешергә тырыша.


“Минең төбәгем” мәғариф проекты ла тап шундай йәштәр ярҙамында барлыҡҡа килә. Ул "Экология" милли проекты менән берлектә ғәмәлгә ашырыла.

– Был проект былтыр Бөтә Рәсәй “Мәғә­нәләр биләмәһе” (“Территория смыслов”) йәштәр форумында тыуҙы. Медиа өлкәһенә ҡараған ҡатнашыусылар менән төрлө проекттар хаҡында фекер алышҡандан һуң, һәр кемдең теләктәрен күҙ уңында тотоп, һәр беребеҙ үҙ республикаһында, төбәгендә ошондай блог-тур ойошторорға тейеш, тигән ҡарарға килдек. Проектты презентациялау ваҡытында беҙгә еңеү йылмайманы, әммә Башҡортостандан ҡатнашҡан Илүзә Мөхәмәтйәнова менән бер-беребеҙгә “Минең төбәгем” мәғариф блог-турын ғәмәлгә ашырырға һүҙ бирҙек.


Шул уҡ йылдың сентябрь айында үткән “Евразия” форумында 100 мең һумлыҡ грант оттоҡ. Әле һүҙ барған блог-тур ошо сығымдарға ойошторолдо, – ти Айзилә Мөлөкова.


Ул һәм Илүзә Мөхәмәтйәнова – йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡан, үҙҙәрен төрлө өлкәлә күрһәткән әүҙем башҡорт ҡыҙҙары. Бөгөнгө көндә байтаҡ башҡортса проект – шулай уҡ уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.


Айзилә, БДУ-ны тамамлап, диплом яҡ­ланы, әле Мәскәүҙәге “Юғары иҡтисад мәктә­бе” милли-эҙләнеү университетында белем ала, бынан тыш, ул – “Тамыр” балалар сту­дияһының танылған алып барыусыларының береһе, оҙаҡ йылдар “Тау-тау хәбәр”, “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарында ҡатнаша. Илүзә Мөхәмәтйәнова иһә – ӨДАТУ студенты, Йәш яҡташтар берлектәре ассоциа­ция­һының медиа йүнәлеше етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты белгесе.


Әйткәндәй, әле телгә алған ике ойошма ла “Минең төбәгем” блог-турын бойомға ашырыу өсөн оло ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ был проект “Росмолодежь”, “Bashtravel” кеүек берләшмәләр ярҙамында бойомға ашырыла. Йәштәрҙең башланғысын хуплап, күтәреп алыусы ойошмаларыбыҙ булыуы ниндәй шатлыҡ!


Ни өсөн Белорет районында ҡаялар алһыу төҫтә?


Был һорауға яуап табыр өсөн беҙ интернет киңлектәрен байҡап торманыҡ, иртә таңдан үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре Ринат Хиләжев, Рауил һәм Линар Ғәбделмәновтар асҡан, һуңғы арала барлыҡ башҡорт диас­пораһының тамаҡ ялғау ғына түгел, теге йәки был осрашыуҙарға йыйылыу, төрлө мәҙәни саралар үткәреү урыны булып торған “Радость есть” ашханаһына (ошо урында аң­латып китеү зарур – “Радость есть”ты һәр кем үҙенсә тәржемә итә. Кемгәлер ул “Шатлыҡ бар” булһа, кемгәлер – “Шатлыҡ – ашауҙа”) йыйылдыҡ. Бында Башҡортос­тан­дың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәткә, башҡорт халҡының милли үҙен­сәлектәре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышырға йыйынған бер төркөм йәштәрҙе үҙебеҙсә иртәнге аш ҡаршы алды: талҡан бутҡаһы һәр кемдең күңеленә хуш килде.


Тәҙрә аша күренгән Өфө Ҡырмыҫҡалы, Архангел яҡтарының киң ялан-ҡырҙары менән алышынды, тора-бара юл Белорет ра­йо­нының бейек тау-ҡаялары араһынан бормалана башланы. Беренсе туҡталыш –“Ҡыҙылташ” ҡаяларына үрләр өсөн Асы яны­на килеп төшкәндә, ҡояш күк көмбәҙенең түбә­һенә күтәрелеп, ҡыҙҙыра ла башлағайны.


“Рәхәтләнеп ял итә башлаһағыҙ ҙа була, тик талпандан һаҡланығыҙ!” тип кәңәш бирә Айзилә һәм, барыбыҙ ҙа бәләкәй феләктәргә һыу тултырып алғас, арҡалағы биштәребеҙҙе нығытабыҙ ҙа алдыбыҙҙа алһыуланып күренгән ҡаяларға табан юлланабыҙ. Ҡул һуҙымы ара күренһә лә, арыу уҡ барырға кәрәк икән – юлыбыҙ поезд рельстары, бормаланып аҡҡан Инйәр янынан үтә.


“Bashtravel” турист ойошмаһына нигеҙ һалыусы Зиннур Исҡужин бындай сәфәргә оҫтарып бөткән – барыбыҙ ҙа уның артынан ғына барабыҙ, ҡаяларға ҡыялатып, текә үр буйлап тау битләүенә күтәреләбеҙ. Ярты сәғәт тә үтмәй – беҙ бая ғына баш күтәреп баҡҡан бейеклектә.


Ә ни өсөн был ҡая таштары алһыу төҫтә һуң? Яҡынса ике миллиард йыл элек бында Рифей диңгеҙе сайҡалған. Тап ошонда, Белорет районы биләмәһендә марганец элементын яратҡан строматолит һыу үҫентеләре таралған. “Ҡыҙылташ” ҡаяларының алһыу төҫтәре ошо ҡушылмаларҙан килеп сыҡҡан да инде.


Ҡасандыр икһеҙ-сикһеҙ Рифей диңгеҙе сайҡалған урында бөгөн – бейек тауҙар һырты, йәй башына ғына хас ыуыҙ йәшеллек. Был матурлыҡҡа һоҡланып оҙаҡ торорға тура килмәне – беҙҙең менән бергә юлға сыҡҡан Алиса Котляр үҙенең оҫталыҡ дәресен башланы. Бында асыҡлыҡ индереп китмәй булмаҫ: Алиса – бөгөн билдәле блоггерҙарҙың береһе, уның Instagram сәхифәһенә 90 меңдән ашыу кеше яҙылған. Ҡыҙ сәләмәт йәшәү өлгөһөн пропагандалай, дөрөҫ туҡланыуға арналған төрлө марафондар ойоштора. Ул блоггер булыу серҙәренә төшөнөргә теләп йыйылған йәштәрҙе был йүнәлештең ҡайһы бер нескәлектәре менән таныштырҙы, һүҙ башлыса Инстаграм селтәре хаҡында барҙы.


Эйе, һәр замандың үҙ талаптары, һәм был Интернет донъяһына ла ҡағыла. Әле ҡасан ғына бар ҡулланыусылар ICQ, йәғни халыҡ телендә “аська” тип йөрөтөлгән аралашыу селтәре менән мауыҡһа, бер аҙҙан барыһы ла “Бәйләнештә” сайтына күсте. Әммә һуңғы йылдарҙа уға ҡарағанда Instagram билдәлелек яулай, ундағы интерфейстар мәғлүмәт таратырға ла, тормошта булған мөһим ваҡиғалар менән секундында уҡ даими уртаҡлашып барырға ла уңайлы. Ә нисек яҙырға, нисек уртаҡлашырға, нисек яҙылыусының иғтибарын яуларға – былар хаҡында йәш блоггерҙарға Алиса Котляр бәйән итте.


“Бөрйән районына бер тапҡыр булһа ла автобус менән барып ҡарағыҙ”


Саҡрым-саҡрым юл үтеп, бейек ҡаяларға үрләп, ҡояштың төшлөккә юл алыуын да абайламағанбыҙ. Уның ҡарауы, ашҡаҙан – иң яҡшы сәғәт, төшкө аш ваҡыты етеүен белдерә. Киләһе район – Бөрйәнгә юлланыр алдынан, беҙ Инйәр ҡасабаһы эргәһендәге “Урал” кафеһына һуғылдыҡ та таң ҡалдыҡ: беҙҙе ҡурай, ҡымыҙ, бауырһаҡ менән милли кейемдәге хеҙмәткәрҙәр ҡаршы алды! Башҡорт халҡының ҡунаҡсыллыҡ миҫалы арабыҙҙа булған башҡа милләт вәкилдәрен айырыуса һоҡландырҙы.


“Беҙҙең бөтә тормошобоҙ – Өфө – Бөрйән юлы” тигән шаяртыу йөрөй халыҡта. Биш сәғәт дауамында 350 саҡрым юлды артылыу еңелдән түгел, самолеттағы турбулентлыҡ күренеше ары торһон. “Минең төбәгем” блог-турында ҡатнашыусылар был һынауҙы уңышлы үтте – һелкенә-һелкенә барылһа ла, автобуста йыр-моң, күңелле шаяртыуҙар тынманы.


Башҡортостан туризмының йөрәге булып торған төбәк бөтә донъяға Шүлгәнташ мәмерйәһе менән дан тота. Блог-тур ҙа туп-тура турбаза урынлашҡан, “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы менән сиктәш Морат туғайына ыңғайланы. Тарихи ергә аяҡ баҫҡанда көн кисләгәйне инде.


“Хәлдәр нисек?” тигән һорауға йырсы, фотограф, шулай уҡ “Минең төбәгем” блог-турында ҡатнашыусы Тимур Ямалов “Бөрйән районына бер тапҡыр булһа ла автобус менән барып ҡарағыҙ” тип яуапланы.


Блоггер менән журналист эшенең уртаҡлығы ниҙә?


Артабан ҡунаҡханаға урынлашҡас, барыһын да Алиса Котлярҙан киләһе оҫталыҡ дәрестәре көтә ине. Был юлы блоггер барыһын да нисек дөрөҫ текст төҙөргә, уға ни рәүешле ҡыҙыҡлы исем ҡуйырға, баш һүҙ яҙырға, беренсе абзацтан уҡ уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыу өсөн ни эшләргә кәрәклеген өйрәтте. Эш теорияла ғына түгел, һәр береһе алған белемдәрен ҡулланып, социаль селтәрҙәргә текст яҙып элергә тейеш. Әйткәндәй, тап ошонда блоггер менән журналист эшендәге уртаҡлыҡҡа иғтибар иттем, текст яҙыу буйынса алған дәрестәр мәҡәлә яҙғанда ла бик файҙалы.


Икенсенән, бөгөнгө талаптарға ярашлы, интернет-журналистика донъяны яулай бара. Мәғлүмәттәрҙең иге-сиге булмағанда, теге йәки был гәзит-журналдар сайты әүҙемлек талап иткәндә, халыҡ иғтибарын мөмкин тик­лем күберәк йәлеп итер өсөн мәҡәләләр­ҙең йөкмәткеле, ҡыҙыҡ булыуы ғына аҙ, уларҙы матур, сағыу итеп интернет сел­тәренә урынлаштырыу ҙа бик мөһим. Әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп торған исемде һайлауҙың да үҙ шарттары бар – ул текстың эстәлегенә тура килергә, уҡыусыны алдамаҫҡа тейеш.


Бөгөн теләгән һәр кем блоггер була ала. Башҡаларҙан айырылып торған ҡыҙыҡлы контентың ғына булһын. Сығышы менән Әбйәлилдән булған Рәфҡәт Ғәбитов әле Төркиәлә белем ала, һәм уның Instagram селтәрендәге микроблогы был илдең сағыу фотолары менән тулған. “Минең төбәгем” блог-турында егет артабан ошо юҫыҡта ныҡлап үҫешергә, беҙгә Төркиә хаҡында, ә төрөктәргә башҡорт халҡы, уның үҙенсәлек­тәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп яҙырға өйрәнеү маҡсаты менән ҡатнаша, шуға күрә ҡайһы бер яҙмалары төрөк телендә.


Ғөмүмән, шуныһы иғтибарға лайыҡ: проектта ҡатнашыусы ҡыҙ һәм егеттәр конкурс арҡылы һайлап алыныу сәбәпле, һәр береһе һәләтле, һәр ҡайһыһының уҡыусыһына әйтер һүҙе бар.


Алиса Котлярҙың оҫталыҡ дәрестәре иһә уларға был һүҙҙе тағы ла матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ әйтергә булышлыҡ итте.

Матур көндөң кисе лә матур ине. Мунсанан һуң барыбыҙҙы ла Тимур Ямаловтың ги­тара моңдары бергә йыйҙы. Ҡала шау-шы­уынан арынып, бейек тау-ҡаялар араһына боҫҡан, иртәгәһе тынғыһыҙ көн алдынан хәл йыйған йәштәрҙән тыш, йырҙарҙы Бөр­йән тәбиғәте үҙе лә һағайып тыңлағандай ине...


Милли мөхиткә башкөллө сумып...


Йәнә автобустарға. Йәнә юлға. “Минең төбәгем” йәштәрен иртәгәһенә шаулап-гөрләп, аллы-гөллө таҫмалары менән Бөрйән районының һабантуй байрамы ҡаршы алды. Бер төрлө футболкалар кейгән, тирә-яҡты өҙлөкһөҙ фотоға, видеоға төшөргән йәштәрҙе район халҡы ҡыҙыҡһынып күҙәтте, бер-ике апай ауыҙынан “Бына былар ҡырҙан килгән” тигән һүҙҙәрҙе ишетеү үҙемә, Бөрйән ҡыҙына, мәрәкә тойолдо.


Әлбиттә, һабантуй тиклем һабантуйҙың беҙҙән тыш та сағыу күренештәре бик күп ине. Шуларҙың береһе – республика Баш­лығы Радий Хәбировтың килеүе. “Минең төбәгем”декеләр – алда: “Һеҙ бит блог­герҙар”. Ошонда был яңы һөнәрҙең журналистика менән оҡшаш булыуына тағы бер тапҡыр инандым.


Йыр-бейеү, уйын-көлкө, буй-буй булып теҙелеп киткән тирмәләр... Береһендә инәй­ҙәр балаҫ һуға, икенсеһендә талҡан тарта... Башҡа милләттән булған, ҡалала йәшәгән блог-тур ҡатнашыусылары өсөн былар айырыуса ҡыҙыҡ ине, оҙаҡ яндарынан китмәнеләр.


“Минең төбәгем”дең һабантуй көнөнә тура килеүе, байрамдың быйыл беренсе тап­ҡыр үҙенең тетрәткес риүәйәте менән дан тотҡан Инсебикә ҡаяһы янында урын­лашҡан яланда үтеүе унда ҡатнашҡан ҡыҙҙар-егеттәргә, ысын башҡорт мөхитенә башкөллө сумып, милли үҙенсәлектәрҙе тәрәнерәк аңларға ярҙам итте, ошо йәһәттән уларҙың блогтарында ҡыҙыҡлы яҙмалар пәйҙә булды. Кемделер талҡан тартыусы тирмән һоҡландырһа, кемдер Инсебикәнең аяныслы яҙмышына тетрәнде. Артабан барыһын да Шүлгәнташ мәмерйәһе көтә ине.


Мәмерйәлә – ҡурай моңо, Мегафон башняһы...


Бынан дүрт йыл элек миңә “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында экскурсовод булып эшләү бәхете тейгәйне! Бәхет, тим, сөнки ундағы ваҡыттар уғата ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле булып иҫтә ҡалған: тирә-йүн иртәнге томан юрғанына уранып йоҡлаған саҡта уянаһың, тышҡа йүгереп сығаһың. Һалҡын шишмә һыуы йоҡонан арындыра, шул томанға сумып, йөҙөп кенә китке килә. Кистән әҙерләп үтекләп ҡуйған матур экскурсовод формаһын кейәһең дә иптәштәрең менән ҡурсаулыҡ эсенә йүнәләһең. Һәр береһе юл ыңғайы тәғәйенләнгән посында ҡала килә: контроль-үткәреү пункты, солоҡсолоҡ музейы, фитобар, Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы һәм, ниһайәт, мәмерйәнең үҙе. Иртәнге сәғәт унда тынғыһыҙ туристар был нөктәләргә ағыла ла башлай. Уларҙың ғәжәпләнгән йөҙө, мәмерйә ауыҙы күренеү менән балаларса ихлас һоҡланыуҙары, ҡыҙыҡһынып биргән һорауҙары тағы ла дәртләнеп эшләргә этәрә. Һуҡмаҡ буйлап ҡурсаулыҡҡа юл алғанда, ошоларҙың барыһын да яңынан кисергәндәй булдым.


Арабыҙҙа кемдеңдер бында беренсе тапҡыр килеүе. Улар өсөн “Минең төбәгем” блог-туры, ысынлап та, оло ваҡиғаға тиң, Башҡортостаныбыҙҙың иҫтәлекле урындарын асыу иҫтәрендә мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ. Мәңгелек тигәндәй, Шүлгәнташ аша барыбыҙ ҙа уның үҙенә ҡағылғандай булдыҡ, быға арабыҙҙағы ҡурайсы ҡыҙ Земфира Рәшитова сәбәпсе ине.


Белореттағы Ҡыҙылташ ҡаяларында, һабантуйҙан һуң Инсебикә башында, хәҙер килеп, Шүлгән мәмерйәһе ауыҙында моңло ҡурай моңдары менән илаһилыҡҡа сорнаны ул беҙҙе. Әмәлгә ҡалғандай, Земфираның уйнауы Башҡортос­тан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров­тың мәмерйәгә ингән мәленә тура килде. Уның өсөн осраҡлы килеп сыҡҡан бәләкәй генә тамаша, Башлыҡ менән икенсе тапҡыр күрешеү блог-турға айырыуса мәртәбә өҫтәне.


Артабан юлдар Әбйәлил районына илтер алдынан беҙҙе тағы бер ҡыҙыҡлы осрашыу көтә ине: “Минең төбәгем” блог-турының бағыусыларының береһе – “Мегафон” компанияһының директоры Дамир Байгилдин “Мегафон” һәм “Билайн” вышкаһы янында кәрәҙле телефон сымының нисек эшләүе хаҡында һөйләне.


– Шылтыратып һөйләшеү ваҡытында әңгә­мәсегеҙгә барып еткән тауыш, ысынында, һеҙҙеке түгел, – тип аптыратты ул беҙҙе, – сигналды үҙгәртеүгә һәләтле кодектар ярҙамында кешенең тауышы тулыһынса сос­тавлы бүлектәргә айырымлана. Ә базала тауыштың өлгөләре бар, улар абонентҡа барып етә лә инде.


Уйлап ҡарағыҙ әле: бәйләнеш оператор­ҙарының база станцияһында барлыҡ кеше тауыштарының да төрлө өлгөләре һаҡлана. Шул өлгөләр тура килмәгән йәки кәрәклеһе табылмаған хәлдә, танышығыҙҙың тауышы телефондан бөтөнләй башҡаса яңғырар ине...


Ҡыҙыҡлы осрашыуҙан алған төрлө мәғлүмәттәр шунда уҡ яҙма булып формалашырға әҙерләнә, етмәһә, “Мегафон” иң ҡыҙыҡлыһына ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләп ҡуйған. Шул уҡ ваҡытта автобусыбыҙ беҙҙе күлдәр иле Әбйәлилгә илтә, кискә барып етергә тейешбеҙ.


Бындағы тауҙар ниңә ҡырҡылған, ә ташҡа төшөрөлгән ҡош һүрәтенә нисә йәш?


Республикабыҙҙағы иң тәрән һаналған Яҡтыкүл янында иртәнге медитациялар, Алиса Котлярҙан үҙ аккаунтыңа күберәк кеше йәлеп итергә өйрәткән оҫталыҡ дәрестәре... Һәм беҙҙең йәнә юл биштәре төйнәлгән, кроссовка бауҙары ныҡлап бәйләнгән. Юл күрһәтеүсе ағайҙарыбыҙ менән махсус кабиналарҙа Ҡырҡтытау башына күтәреләбеҙ.


Илья исемле ағай һөйләүенсә, Ҡырҡтытау исеменең ике мәғәнәһе бар. Беренсенән, ул ҡырҡылып бөткән тауҙар тигәнде аңлата (юғарынан ҡараһаң, ысынлап та шулай). Икенсенән, был исем ҡырҡ һанынан да килеп сығырға мөмкин: ҡырыҡ тау, йәғни тауҙар күп тигәнде аңлата. Быларҙың барыһын да беҙ 1118 саҡрым бейеклегендә елгә ҡаршы көрәшә-көрәшә тыңлағандан һуң, ағайҙар беҙҙе тау битләүе буйлап көньяҡ Уралдың ҡуйы урмандарына алып инеп китте. Ун саҡрымға һуҙылған сәйәхәт дауамында нимә генә күрмәнек беҙ: теште ҡамаштырырлыҡ тау шишмәһенән дә уртланыҡ, шарлауыҡ аҫтында һыу ҙа һибештек, ҡымыҙлыҡ та тәмләнек, таштарға бынан йөҙәр йыл элек төшөрөлгән ҡош һүрәтен дә ҡараныҡ. Һүрәт, әйткәндәй, бик ҡыҙыҡлы һәм уның боронғолоғонда шик юҡ.


Ҡырҡтытауҙы урап төшкәндә, барыбыҙ ҙа, арыуыбыҙға ҡарамаҫтан, яҡшы кәйефтә инек. Урал урмандары буйлап йөрөү аяҡҡа көс, йәнгә сихәт бирә икән. Быға бер нисә көн эсендә яҡын дуҫтарға әүерелгән ҡыҙ һәм егеттәрҙең ихлас көлөүе, Тимур Яма­ловтың моңло йырҙары ла тылсым өҫтәй.


Бөрйән – Әбйәлил юлында тауыш ҡарлыҡҡансы йырлап ҡына түгел, һелкетә-һелкетә барыуға ҡарамаҫтан, автобус салонында бейеп тә алынһа, Әбйәлил районынан Өфөгә ҡуҙғалғанда иһә һәр кем үҙ уйына сумғайны. Әллә көтөп алынған “Минең төбәгем” блог-турының шулай күҙ асып йомған арала үтеүе, алда көткән айырылышыу хисе һағышландырҙы, әллә көноҙоно бейек тау-ҡаялар, ҡуйы урмандар, мәмерйәләр буйлап йөрөү, уның араһында дәрестәрҙә ултырыу, төнгә тиклем гитара ҡылдарын сиртеү арытты – Ҡырмыҫҡалыға тиклем автобуста ғәҙәти булмаған тынлыҡ хөкөм һөрҙө. Тимур тиҙҙән Өфөгә килеп етеүебеҙҙе аңлап ҡалды шикелле, ҡулына гитараһын алды.


Өфөгә инеп, Совет майҙанына килеп еткәнсе йырланыҡ. Күңелдә – башланып торған йәйгә генә хас һиллек, урман-ҡаялар сафлығы, Башҡортостан киңлеге.

***

Яҡын дуҫтар булып, күрешеп торорға вәғәҙәләшеп, бик йылы хушлаштыҡ беҙ. Улар араһында айырыуса Айзилә менән Илүзәгә ҡайта-ҡайта рәхмәт әйтке килә. Икеһе лә саҡ ике тиҫтә ваҡлаған, ә шундай ҙур, масштаблы проектты бойомға ашыра алдылар. Республикам тип янып йөрөгән ҡыҙҙар улар, бер көндәрен дә бушҡа үткәрмәйҙәр, әлеге көндә лә яңынан-яңы проекттары менән ҡыуандыралар.


“Минең төбәгем” блог-туры киләсәктә ҡанат йәйәсәк, үҙ һүҙен әйтәсәк әле. Беҙҙең фотоһүрәттәрҙе, яҙмаларҙы, Эльвир Исламов төшөргән блог-турҙың фильмдарға торошло серияларын (һеҙ уларҙы “Бәйләнештә” селтәрендә таба алаһығыҙ) күреп, был проект менән сит өлкәләгеләр ҙә ҡыҙыҡһынған, Башҡортостанды килеп күрергә теләк белдергән. Был “Минең төбәгем” блог-турының киләсәктә республикабыҙҙы башҡаларға танытыу өлкәһендә шәп алым буласағын иҫбатлай.


Быларҙан тыш, юғарыла яҙып үткәнемсә, хәҙерге заман журналистикаһы күбеһенсә интернет тармағында эшләүҙе хуплай. Блог-турҙа ғына мин үҙемә был өлкәлә әллә күпме файҙалы мәғлүмәт алдым, блоггер менән журналистың бөгөн башлыса бер миссия үтәгәненә инандым.


...Көндән-көн һалҡыная барған көҙ миҙгелендә яңы башланып торған ыуыҙ йәй йылыһы күңелдәрегеҙгә барып еткәндер, моғайын. Шәхсән мине был хәтирәләр һаман йылыта әле...
Читайте нас