Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән Студенттар баскетболы ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ассоциацияның күҙәтеү советы рәйесе, Рәсәйҙең Юстиция министры Александр Коновалов ҡул ҡуйҙы.
Документтың төп йүнәлеше 2020 йылдың 1 февралендә Өфөлә Студенттар баскетболы ассоциацияһының йондоҙҙар матчын ойоштороу һәм үткәреүгә бәйле. Был матч – Рәсәй студенттар спортының иң мөһим сараһы. Йыл һайын ул илдең төрлө ҡалаларында үтә, быйыл Түбәнге Новгородта булғайны.
– Йондоҙҙар матчы – бик сағыу спорт ваҡиғаһы. Ҡала инфраструктураһы уны үткәреүгә тулыһынса әҙер, ә беҙ бындай кимәлдәге сараларҙы уҙғара беләбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Сара баш ҡаланың “Өфө-Арена” күп функциялы спорт комплексында үтәсәк.
– Төбәктә баскетболды яраталар, һәүәҫкәр кимәлдә уны 50 мең самаһы кеше уйнай. Был йондоҙҙар матчы ҡалала баскетболға яңы кимәлгә сығыу мөмкинлеге бирер тип ышанам, – тине Александр Коновалов.
Студенттар баскетбол ассоциацияһы – Европа студенттарының ҙур спорт лигаһы. Ул бөгөн 71 төбәктән 800 команданы берләштерә, йыл һайын биш меңдән ашыу матч үткәрелә.