Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Октябрь 2019, 22:05

Унынсы тапҡыр чемпион

Уға шулай уҡ 12 илдән килгән 20 спортсы араһынан иң шәп халыҡ-ара гроссмейстер статусы бирелгән.

Фото Википедиянан алынды.
Фото Википедиянан алынды.
Башҡортостан шашкасыһы Александр Георгиев республиканың спорт буйынса данын тағы ла арттырҙы.
Ул Кот-д'Ивуароның баш ҡалаһы Ямусукрола үткән халыҡ-ара шашка буйынса ярышта унынсы тапҡыр еңеү яулап, унынсы тапҡыр донъя чемпионы исемен алды.
Александр Георгиевҡа шулай уҡ 12 илдән килгән 20 спортсы араһынан иң шәп халыҡ-ара гроссмейстер статусы бирелгән.
Читайте нас