Федоровка ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына индерелгән бассейнды төҙөү тамамлана. Был эш былтыр августа башланғайны.
“МегаСтройМонтаж” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Олег Матвееев әйтеүенсә, бинаның майҙаны 1627 квадрат метрҙан ашыу.
Бөгөнгә объекттың нигеҙе буйынса барлыҡ эштәр тамамланған, бинаның каркасы монтажланған, ҡыйыҡ ҡуйылған.
“Хәҙер эске эштәр бара. Һыу менән тәьмин итеү, йылылыҡ, эске электр селтәрҙәре ҡуйыла, канализация үткәрелә”, – тине Олег Матвеев.
Бассейн быйыл ноябрҙә асылырға тейеш.
Төбәк Башлығы Радий Хәбиров район үҙәктәрендә бассейндар төҙөү буйынса республика программаһы ҡабул ителгәне тураһында хәтергә төшөрҙө. 2024 йылға барлыҡ муниципалитеттарҙың үҙҙәрендә йөҙөү үҙәктәре булырға тейеш.