Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
12 Октябрь 2019, 11:02

“Терра Башҡортостан”дың еңеүсеһе кем?

Турнирҙа ҡатнашҡан барлыҡ бәйгеселәрҙе ҡотлайбыҙ. Афарин!

Фотолар: ufacity.info
Фотолар: ufacity.info
Баш ҡалалағы “Аҡбуҙат” ипподромында йыл дауамында тиерлек үткәрелгән “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының еңеүсеһе – Күгәрсен районынан!
Шулай итеп, беренсе урынды Динис Ҡорбанаев яуланы. Афарин, ҡотлайбыҙ! Икенселә – Көйөргәҙе районынан Айбулат Әбдрәхимов, өсөнсө баҫҡыста – Хәйбулланан Виталий Рогачев.
Ат спорты буйынса был турнир март айында башланғайны. Ул Башҡортостанға 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелде. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: ярыштарҙа тик башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашты.
Читайте нас