Сипайлово биҫтәһенең Жуков һәм Бикбай урамдары киҫелешендә күптән түгел төҙөлөш эше башланды.
Урындағы "Сипайлово" сауҙа үҙәгенең автотуҡталҡа ҡыйығында шәхси инвестор күп функциялы спорт комплексы төҙөйәсәк. Унда микрорайон халҡы рәхәтләнеп бәләкәй һәм ҙур теннис майҙансығында уйнай аласаҡ.
Бынан тыш, сауҙа үҙәге ҡыйығында универсаль спорт майҙансығы буласаҡ. Комплексты 2020 йылдың икенсе кварталында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.