Спорт һәм туризм
13 Октября 2019, 19:36

Бары 29 йәш...

Илебеҙҙең спорт донъяһы ҙур юғалтыу кисерҙе.

Фотолар "Большой хоккей" сайтынан.Фотолар "Большой хоккей" сайтынан.
Фотолар "Большой хоккей" сайтынан.
Илебеҙҙең спорт донъяһы ҙур юғалтыу кисерҙе: "Авангард" хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Самвел Мнацян мәңгелеккә хушлашты. Йәш хоккейсыға бары 29 ғына йәш ине, яман сир ғүмерен өҙҙө...


Ул спорт карьераһын "Авангард" һәм "Омские ястребы" командаларында башлай. Һуңғыһы "Сибирь" була. Бер йыл элек арҡаһында ауыртыу тоя. Табиптар яман шеш диагнозын ҡуя. Егет Германияға дауаланырға китә, әммә немец табиптары ла уны ҡоткара алмай: 6 октябрҙә клиникала вафат була.


Мәрхүмде Омск ҡалаһында ерләнеләр.
Читайте нас