Баймаҡтың Үрге Яйыҡбай ауылында тәүге тапҡыр район кимәлендә уҡ атыу турниры үтте. Ярыш 17 йәшкә тиклем ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр, 18 йәштән өлкән ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ араһында ойошторолдо.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, мәргәндәр ярышта үҙ оҫталығын күрһәтә алды. Сарала райондың башҡа ауылдарынан да ҡатнашыусылар булыуы һөйөндөрҙө. Әйткәндәй, районда уҡ атыу буйынса эш яйға һалынған, тимәк, артабан Баймаҡ мәргәндәренә төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге арта.
“Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында еңеүгә Рөстәм Сафин лайыҡ булһа, беренсе урындарҙы Наил Кәримов, Физәлиә Әбдисова, Резеда Латипова һәм Ғәфүр Рахманғоловтар яуланы.