Ошо көндәрҙә Республика йортонда төбәк Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Республика етәксеһе үҙенең сығышында профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, шулай уҡ туризм баҙарында Башҡортостанды танытыу менән шөғөлләнгән эксперттарға рәхмәт әйтте, улар башҡарған эш һөҙөмтәһендә 2015 – 2018 йылдарҙа Рәсәй төбәктәренең туристик рейтингында 20-се баҫҡыстан 10-сыға күтәрелеүебеҙҙе билдәләне.
Кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова Башҡортостандың туристик порталы концепцияһы менән таныштырҙы. Проект туризм тармағын үҫтереүҙең халыҡ-ара тәжрибәһенә таянып эшләнгән.
Республика Башлығы интернет-ресурсты файҙалана башлау ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды һәм ике аҙна эсендә порталдың төп вариантын әҙереләү бурысын ҡуйҙы. Киләсәктә унда йәшәү, туҡланыу, спорт, дауаланыу, саралар афишаһы кеүек йүнәлештәр буйынса ентекле мәғлүмәт урындаштырыласаҡ.
“Башинформ” йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов республикалағы төп туристик объекттарҙы танытыу сараларының берҙәм календарын һәм программаһын төҙөү зарурлығын билдәләне. Радий Хәбиров был эште 15 ноябргә тиклем башҡарырға ҡушты.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республика туроператорҙары менән шифахана-курорт комплексы араһындағы үҙ-ара бәйләнештәр тикшерелде.