Ошо көндәрҙә Өфөлә республиканың эске эштәр бүлектәре хеҙмәткәрҙәре араһында мини-футбол буйынса чемпионат үтте.
Футбол яланында 11 команда осрашты. Улар төбәк бәйгеләрендә еңеү яулаған.
Финалға Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө һәм Нефтекама ҡалалары буйынса идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре сыҡты. Улар көслө уйын күрһәтте, еңеү өсөн көрәш көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә Нефтекама полицейскийҙары чемпионат кубогын яуланы.
Еңеүселәрҙе Рәсәй Эске эштәр министлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Радик Насиров ҡотланы.