Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Октябрь 2019, 15:36

Бәләбәйҙәрҙе спорт майҙансығында көтәләр

Ундағы ҡайһы бер тренажерҙар айырыуса үҙенсәлекле...

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Бәләбәй районында спорт майҙансығын төҙөкләндерҙеләр.

Урам объектын асыуҙа Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Марат Шафиҡов һәм Паралимпия уйындары призеры Александр Довидович ҡатнашты.

Партияның урындағы бүлексәһендә әйтеүҙәренсә, яңы комплекстың үҙенсәлеге шунда – ҡайһы бер тренажерҙар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡулайлаштырылған.

Спорт майҙансығын асыу тантанаһынан һуң бында воркаут буйынса сығыштар ойошторолдо, ГТО нормалары тапшырылды.
Читайте нас