Төркиә хөкүмәте 2020 йылдың апреленән отель хужаларынан түләтеүҙе арттырыуҙы планлаштыра. Был һалым туристарҙың йәшәүенә, ашауына, күңел асыу һәм башҡа төрлө хеҙмәтләндереүгә түләнгән аҡсанан тотоласаҡ.
Йәшәгән өсөн һалымды сит ил туристарын ҡабул иткән бөтә ҡунаҡхана, кемпинг, мотель һәм башҡа төрлө кешеләрҙе ваҡытлыса йәшәткән урындар түләйәсәк. Беренсе йыл һалымдың ставкаһы туристарға күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙән йыйылған сумманың бер процентын тәшкил итһә, 2021 йылда уның икегә тиклем үҫеүе мөмкин.
Рәсәйҙең туроператорҙары иҫәпләүенсә, был һалым быйылғы йылдағы хаҡҡа әллә ни ҡағылмаясаҡ, сөнки күпселек отель етәкселәре 2020 йылға күрһәтмә биргән һәм йәшәү хаҡын арттыра алмай. Ә 2021 йылда был илгә сәйәхәт ҡиммәткәрәк төшәсәк.