

Ҡазанда билбаулы көрәш буйынса спорт йыйыны тамамланды. Көсөргәнешле алышта республикабыҙҙан Артур Зөлҡәрнәев өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы булды. Яҡташыбыҙ 75 килограмға тиклемге ауырлыҡта классик стилдә еңеү яуланы.
Артур Ҡыйғы районында тыуып үҫкән. Өсөнсө кластан спорт менән шөғөлләнә башлай. Тәүге тренеры – атаһы Валерий Зөлҡәрнәев. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алған. Быйыл Артур "Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Спортсыға артабан да уңыштар теләйбеҙ!