Спорт һәм туризм
3 Ноября 2019, 16:30

Беҙҙең егет – беренсе!

Шорт-трек буйынса Донъя кубогының тәүге этабында Өфө спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Семен Елистратов алтын миҙал яуланы.

Фото: RB 7.ruФото: RB 7.ru
Фото: RB 7.ru
Солт-Лейк-Ситиҙа үткән шорт-трек буйынса Донъя кубогының тәүге этабында Өфө спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Семен Елистратов алтын миҙал яуланы. Ул 1500 метрлыҡ дистанцияла беренсе килде.


Сочиҙағы Олимпия чемпионы Семен Елистратов 1,5 километрҙы 2 минут 16,025 секунд эсендә үтһә, икенсе урында, саҡ ҡына ҡалышып, Көньяҡ Кореянан Ким Дон Вук килә. Өсөнсө урынды тағы бер Рәсәй спортсыһы Александр Шульгинов яуланы.


Ә алты тапҡыр Олимпия чемпионы Виктор Ан 500 метрлыҡ дистанцияла икенсе урынды яулаған.


Читайте нас