Будапешта үҫмерҙәр араһында барған грек-рим көрәше буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан дәүләт аграр университетының lll курс студенты Ислам Опиев алтын миҙал яуланы.
Икенсе яҡташыбыҙ Фәдис Вәлитов 63 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында бронза миҙалға лайыҡ булды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров: "Был беҙҙең өсөн бик мөһим еңеүҙәр. Үҙегеҙ белеүегеҙсә, 1921 йылда республикабыҙҙа үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты уҙасаҡ. Һәм беҙ уға лайыҡ икәнебеҙҙе тағы ла бер раҫланыҡ", – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты үҙ сәхифәһендә.