Спорт һәм туризм
19 Ноября 2019, 13:30

Владимир Путин кемдәргә стипендияны арттырҙы?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Олимпия уйындарының пенсия йәшенә еткән көмөш һәм бронза призерҙарына стипендияны арттырҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Олимпия уйындарының пенсия йәшенә еткән көмөш һәм бронза призерҙарына стипендияны арттырҙы.
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан бронза наградаға эйә булғандарға – 30 мең һум, көмөш миҙал яулағандарға 39 мең һум түләнә. Олимпия уйындарында еңеүсе булған пенсионерҙарҙың стипендияһы иһә 52 мең һумға етәсәк.
Бер үк ваҡытта бронза һәм көмөш призер булғандарға юғарыраҡ дәрәжәләге миҙал өсөн бер генә стипендия бирелә. “Дружба-84” халыҡ-ара ярыштарында награда яулаған Олимпия призерҙары стипендияны үҙҙәре һайлай ала.
#ВладимирПутин
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас