Милли көрәште бар нескәлегендә өйрәтеүсе тренер бар.
Учалыла һуңғы йылдарҙа самбо, дзю-до, көрәш кеүек спорт төрҙәре киң ҡолас алды. Районда спартакиадалар, танылған спортсылар иҫтәлегенә ярыштар һәм башҡа саралар даими үткәрелә. Республика ғына түгел, ил, донъя кимәлендә лә уңыштары байтаҡ учалыларҙың, бигерәк тә уҡыусы балалар яҡшы һөҙөмтәләр менән һөйөндөрә.
Мәҫәлән, 2014 йылдан ҡаланың балалар спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе Әлфинә Фәхретдинова быйыл көрәш һәм самбо буйынса республика чемпионы исемен яуланы, шулай уҡ Рәсәй һәм донъя кимәлендә көрәш буйынса көмөш миҙалға лайыҡ булды. Әлфинәнең уңыштарында тренеры Александр Шумковтың өлөшө ифрат ҙур, әлбиттә.
Александр 1973 йылда Кубань яҡтарында тыуған. Атаһы Александр Всеволодович (хәҙер мәрхүм инде) казактар хәрәкәтен тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша, хорунжий погондарына лайыҡ була. Әсәһе Рәмзиә Рәхим ҡыҙы Учалы районының Ҡунаҡбай ауылынан. Ғаиләлә өс баһадир буй еткерә. Александр 5-се кластан алып грек-рим көрәше менән шөғөлләнә. 1998 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетының ветеринария факультетын тамамлай. Уҡыу йортонда ул билдәле тренерҙарҙа дзю-до серҙәренә төшөнә.
Хеҙмәт юлын “Коммунар” колхозында башлай, һуңынан бер нисә йыл Учалы ветстанцияһында хеҙмәт итә. Бер аҙ эшҡыуарлыҡ менән дә булышып ала. Эше ни тиклем тығыҙ булмаһын, яратҡан шөғөлөн ташламай Александр – япон көрәшен өйрәнә. Ҡан тартыуылыр инде – егет ныҡлап башҡорт көрәше менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Хатта район һабантуйында ла ҡатнашырға батырсылыҡ итә. Әммә, тәжрибәһе аҙ булыу сәбәпле, самбо алымын ҡулланып ебәрә. Тәүге “ҡоймаҡ” Александрҙың күңелен төшөрмәй, киреһенсә, башҡорт милли көрәшенең рәтенә ныҡлап төшөнөргә сәм уята егеттә.
Күренекле тренер Йәлил Йосоповта ныҡлап шөғөлләнә башлай ул. Тәбиғәттән бирелгән һәләт һәм ныҡышмаллығы Александрға ҙур уңыштарға өлгәшергә этәргес бирә. 2010 йылда ул район һабантуйында көрәш буйынса абсолют чемпион исемен яулай. Шул уҡ йылда дзю-до буйынса республика чемпионы булып таныла.
Был спорт төрҙәренең бар нескәлектәрен белгән Александр Шумковты Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә эшкә саҡыралар. Спортһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәгән егет һис икеләнмәй риза була.
– Көрәш – башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырыла килгән рухи мираҫы. Тәрбиәләнеүселәремә уның бар нескәлектәрен дөрөҫ итеп өйрәтеүҙе бурысым тип һанайым. Был яуаплылыҡ – тормошомдоң асылы, – ти тренер.
Александр Александровичтың ҡаҙаныштарының осо-ҡырыйы юҡ – ул өс тапҡыр милли көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы, билбаулы көрәштә Рәсәй чемпионатында – өсөнсө урын, 2013 йылда дзю-до буйынса ветерандар чемпионатында йәнә Рәсәй кимәлендә “бронза”ға лайыҡ була. Һуңғы өс йылда район һабантуйының абсолют чемпионы.
Педагог сифатында ла һынатмай – 2015 йылда райондың “Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү педагогы” булып таныла.
Үҙе хаҡында түгел, өйрәнсектәренең уңыштары тураһында күберәк һөйләргә ярата тренер. Мәҫәлән, Азалина Сафина ете тапҡыр республика чемпионы була, Әлфинә Фәхретдинова, Анна Макерова –дзю-до буйынса үҙ категорияларында Башҡортостанда иң көслө тип танылған спортсылар. Ғөмүмән, Шумковтың өйрәнсектәре бер ярыштан да буш ҡул менән ҡайтмай, республикала икенсе-өсөнсө урындарға лайыҡ булыусылар ҙа байтаҡ.
Шулай ҙа Александр Александрович юғары ҡаҙаныштар артынан ҡыумай, тәү сиратта күберәк кешене спортҡа ылыҡтырыуҙы хәстәрләргә тырыша.
– Сер түгел, балаларҙы, йәштәрҙе экстремизм, хәмер-наркомания кеүек заман афәттәре һағалап ҡына тора. Ата-әсә көнө буйы эштә, донъя мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Шул арҡала балаларына тейешле иғтибар, тәрбиә лә бирә алмайҙар. Кемдер секцияларҙа шөғөлләнеп, бәлки, бер ярышта ла еңеү яуламаҫ, әммә ул сәләмәт йәшәүгә ылыҡһа, артабан тормошон спорт менән бәйләһә, был – бик ҙур ҡаҙаныш, – ти тренер.
Спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр райондан ситтә уҙғарылған төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға тырыша. Һуңғы ваҡытта балаларҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында, уларҙы юлда йөрөтөү талаптары көсәйә, ҡайһы ваҡыт транспорт, юл сығымдары менән дә проблемалар тыуа.
– Ярыштарҙа ҡатнашыу йәш спортсылар өсөн үтә мөһим. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, бер нисек тә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп булмай. Камиллашыу өсөн даими рәүештә үҙеңә тиңдәр йәки һинән көслөрәктәр менән көс һынашырға, алдынғы тәжрибәне өйрәнергә һәм ҡулланырға кәрәк. Сит яҡҡа сығыуҙың тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур: бәләкәй саҡтан башҡа яҡтарҙы күреп үҫкән бала тыуған төбәгенең ҡәҙерен нығыраҡ беләсәк, унда патриотик рух уяна. Беҙгә был тәңгәлдә ярҙам иткән, битараф булмаған һәр кемгә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – ти педагог.
Александар Шумков райондың йәмәғәт тормошонда ла янып йәшәй, ул – урындағы башҡорт ҡоролтайының әүҙем ағзаһы. Йөрәгендә ике тамырына ла тоғролоҡ һаҡлаған ир-уҙаман, башҡорт телен тырышып өйрәнгән, хәҙер иркен аралаша. Йома һайын Александр мәсеткә йөрөй, рухташтары уны Искәндәр тип йөрөтә.
– Мәсеттәргә ойошторолған экскурсиялар ҙа тәрбиәүи роль үтәй. Күп милләтле, күп конфессиялы республикала йәшәйбеҙ бит. Күршеңде яҡшы белеү һәм ихтирам итеү барыбыҙ өсөн дә бик мөһим, – тип иҫәпләй Александр-Искәндәр.