Учалыла спортты үҫтереүгә, сәләмәт тормошто пропагандалауға һуңғы йылдарҙа айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Спорт учреждениеларының матди-техник базаһы нығый, яңы объекттар сафҡа инә.
Күптән түгел Ураҙ ауылында, ҡаланың Рудник биҫтәһендә спорт майҙансыҡтары төҙөлөп тапшырылғайны, ошо көндәрҙә йәнә ике заманса объект асылып, сәләмәт тормошто үҙ итеүселәрҙе шатландырҙы.
Шуларҙың береһе – Бурансы биҫтәһендә. Ул ҡаланан бер-ике саҡрым алыҫлыҡта, ҡалҡыу урында урынлашҡан. Һуңғы ике тиҫтә йылда унда йөҙәрләгән яңы йорт һалына, шуға күрә балалар һаны ла бихисап. Майҙансыҡ урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы арҡаһында барлыҡҡа килә. Уны төҙөүгә Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, “Дорзеленстрой” йәмғиәте, ҡала хакимиәте аҡса бүлә. Халыҡтың әүҙемлеген дә билдәләмәй булмай. Аҡса йыйып ҡына ҡалмай, балаларын майҙансыҡлы итергә теләгән ата-әсәләр өмәләрҙә лә ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
Объект биҫтәнең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Бында волейбол, футбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, хәүефһеҙлек талаптары ла күҙәтелгән. Иркен спорт майҙансығы резина япма менән ҡапланған, кәртәләнгән, спорт ҡорамалдары урынлаштырылған.
– Универсаль спорт майҙансығы төҙөү көн талабы ине, сөнки биҫтәлә йәш ғаиләләр, балалар байтаҡ. Проекттың хаҡы – 3, 5 миллион һум тирәһе. Шуның 1 миллион 198 меңен Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм “Дорзеленстрой” йәмғиәте күтәрҙе, 1 миллионы – республика, 747 меңе ҡала ултырағы ҡаҙнаһынан күсте. Программа шарттарына ярашлы, проектты тормошҡа ашырыу өсөн Бурансы халҡы ла 150 мең һум күләмендә үҙ өлөшөн индерҙе. Подрядсы, бурыстарына етди ҡарап, эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарҙы, – ти ҡала хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов.
Универсаль спорт майҙансығын асыу тантанаһына йәше лә, ҡарты ла йыйылды. Улар араһында районды ғына түгел, республиканы ла төрлө кимәлдә данлаған кикбоксинг буйынса Башҡортостан беренселегендә еңеүселәр Вадим Дауытов һәм Назар Ғиниәтуллиндың, Италияла үткән ил беренселеге-2018 еңеүсеһе Урал Ғиниәтуллиндың булыуы бигерәк тә һөйөнөслө.
Бурансы биҫтәһендә йәшәүселәр заманса майҙансыҡ асылыуын түҙемһеҙләнеп көткән. Ата-әсәләр фекеренсә, спорт объекты балаларҙың буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороуға, саф һауала үткәргән ваҡытты арттырыуға булышлыҡ итә, сөнки уҡыусыларҙың күбеһе дәрестәрҙән һуң өйҙән дә сыҡмай, компьютерға текәлеп ултыра – был иһә үҫеп килгән быуындың һаулығына кире йоғонто яһай.
– Һәр ата-әсә балаһы өсөн борсола. Мин дә урамға сығып китһәләр, ҡайҙа, кем менән, ни эшләп йөрөйҙәр икән, тип хафалана башлайым. Ҡайһы саҡ арттарынан күҙәтеп өлгөрөп тә булмай. Хәҙер был йәһәттән күңелебеҙ тынысланыр. Балаларыбыҙ ошондай спорт майҙансығы тураһында күптән хыяллана ине. Проектты тормошҡа ашырыуға көс һалған һәр кемгә ҙур рәхмәт, – ти биш бала тәрбиәләп “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған Лерида Дәүләтшина.
Берҙәм тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күреп, барыһы ла ихлас күңел асты, йыр-моң, шат ауаздар яңғырап торҙо. Бигерәк тә балалар шат ине – ике командаға бүленеп, төрлө конкурстарҙа, спорт уйындарында дәррәү ҡатнаштылар, көс һынаштылар.
Ильяс Хәбибулла улы был тантананың ҡалабыҙ өсөн ҙур ваҡиға булыуын билдәләне, майҙансыҡты төҙөүҙә ярҙам күрһәткән инициатив төркөм ағзаларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Учалы ауылында ла “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә ошондай уҡ майҙансыҡ төҙөлдө. Ул Башҡорт гимназияһы биләмәһендә урынлашҡан. Сифатлы резина япма түшәлгән, бейек итеп кәртәләнгән, бөтә хәүефһеҙлек шарттары күҙәтелеп төҙөлгән спорт объектында йылы миҙгелдә рәхәтләнеп волейбол, баскетбол, мини-футбол уйнарға, ә ҡыш сәкән һуғырға, коньки шыуырға мөмкин буласаҡ.
Гимназияла спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын туғыҙ спорт төрө буйынса кластар араһында спартакиада уҙғарыла. Район спартакиадаһында ла уҡыу йорто йыл һайын призлы урындар яулай. Гимназия 2015 йылдан “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” спорт-мәғариф проектында ҡатнаша, шуға гимназия уҡыусылары бындай майҙансыҡҡа күптән лайыҡ ине.
Ҡыуаныслы ваҡиғаға шаһит булырға ата-әсәләр, балалар, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.
– “Реаль эштәр” проекты халыҡтың көнкүреш сифатын яҡшыртыуға ҙур ярҙам күрһәтә. Был объект – “Берҙәм Рәсәй” партияһының киләсәк быуынды хәстәрләүенә бер миҫал. Һуңғы ваҡытта йәштәр сәләмәт тормош рәүешенә ныҡлап ылыға. Хәҙер спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Был объектты ҡәҙерләп, һаҡлап тотонороғоҙға, майҙансыҡтың бер ҡасан да буш тормаҫына ышанам, – тине район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов.
Гимназия директоры Гөлшат Исламова ҡотлау телмәрендә төҙөлөш эштәрен ваҡытында сифатлы итеп башҡарып сыҡҡан Өфө йәмғиәтенә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әйткәндәй, проект буйынса бүленгән 2 миллион һум аҡсаның бер өлөшө тотонолмай ҡалған икән әле.
– Был аҡсаға “ҡаршылыҡ һыҙаты” булдырырға йыйынабыҙ. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә буласаҡ ил һаҡсыларын әҙерләүҙә бик яҡшы буласаҡ, – тип пландары менән уртаҡлашты ул.
Бик хуп. “Сәләмәт йәш быуын – сәләмәт киләсәк” тигән һүҙ бит. Ә спорт, физик әҙерлек менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылғанда, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө күренә.