Республика йортонда Башҡортостан менән “Хеҙмәт резервтары” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм йәмғиәт ойошмаһы президенты Илья Галаев ҡул ҡуйҙы. Сарала Ростех корпорацияһының генераль директоры, йәмғиәттең Күҙәтеү советы рәйесе Сергей Чемезов та ҡатнашты. Йәмғиәт эшмәкәрлеге һәүәҫкәр спортты сәнәғәт предприятиеларында һәм оборона-сәнәғәт комплекстарында үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.
"Ростех менән физкультура һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү - республикабыҙ өсөн ҙур баһа. ”Хеҙмәт резервтары”на беҙ иң яҡшы спорт объекттарын бирергә әҙербеҙ", - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Әйткәндәй, республика етәксеһе лә, Ростехтың генераль директоры ла йәшлек осоронда тап “Хеҙмәт резервтары””нда спорт менән шөғөлләнгән.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.