Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта бик күп көрәшселәр тәрбиәләгән күренекле тренер Анатолий Рахлинға арналған күргәҙмә асылды. Мәғлүм булыуынса, уның уҡыусылары араһында Рәсәй Президенты Владимир Путин да бар.
“Рахлин. Путин. Самбо. Дзюдо. Декабристар урамы, 21. Тамырҙарға ҡағылыу” тип аталған күргәҙмәгә Анатолий Рахлиндың, уның ғаиләһенең архивынан алынған үҙенсәлекле фотолар, документтар, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында йәш көрәшселәр кейгән куртка, аяҡ кейеме, грамоталар, наградалар, вымпелдар ҡуйылған.
Сараның Санкт-Петербургтағы Йосопов һарайында уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Һуғыштан һуң тап ошонда Спорт көрәшен үҫтереү үҙәге урынлашҡан була. Ҙур залда классик һәм ирекле көрәш буйынса күнекмәләр барған, тағы ла бер бүлмәлә Анатолий Рахлин самбосылар менән шөғөлләнгән. Тәүге төркөмдө тренер 1964 йылда йыйған. Улар араһында 12 йәшлек Володя Путин да булған.