1 декабрҙә Өфөнөң Спорт һарайында джиу-джитсу буйынса Евразия кубогына турнир үткәрелде.
Джефф Монсон үҙенең спорт карьераһында 60 еңеүгә өлгәшкән. Ул – ҡара билбау хужаһы, Бразилия джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы. Джефф Монсон – шулай уҡ Рәсәй гражданы, 2018 йылдан Красногорск ҡала Советы депутаты.
Александр Чистов – хәрби самбо буйынса спорт мастеры. Уның да джиу-джитсу буйынса ҡара билбауы бар, Калининградта тренерлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
Спорт сараһы еңеүсеһеҙ булмай. Джефф Монсон менән Александр Чистов осрашҡан бөгөнгө халыҡ-ара турнирҙа уңыш Александр Чистовҡа йылмайҙы. Ул Евразия кубогын яуланы.
Фотолар һәм видео Башҡортостан Башлығының сәхифәһенән.